Лермонтов һәйкәле (Санкт-Петербург, Лермонтов проспекты)
М. Ю. Лермонтов һәйкәле — рус яҙыусыһы һәм шағиры М. Ю. Лермонтовтың скульптура монументы. 1916 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында Лермонтов проспектында ҡала скверҙа Николаевск кавалерия училищеһы бинаһы алдында ҡуйыла. Һәйкәл проекты авторы — скульптор Б. М. Микешин (скульптор М. О. Микешиндың улы). Һәйкәл федерал үь әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора[1].
Лермонтов һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург һәм Сквер перед зданием Николаевского кавалерийского училища[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза һәм гранит[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Лермонтов һәйкәле Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1907 йылда Санкт-Петербургта М.Ю. Лермонтов һәйкәлен төҙөү инициативаһы менән Николаевск кавалерия училищеһы начальнигы генерал-майор Л.В. Де-Витт сығыш яһай, сөнки Лермонтов был училищены тамалаған була. Һәйкәлде Ново-Петергоф проспектында училище бинаһы алдында ҡуйыу күҙаллана. Һәйкәл өсөн аҡсаны училищены тамамлаусылар, шәхси кешеләр һәм хөкүмәт учреждениелары йыя. 1912 йылда һәйкәл проекты конкурсы үткәрелә, унда беренсе премияны Л. А. Дитрих һәм В В. Козлов проекты ала, икенсе премияға Б М. Микешин лайыҡ була, өсөнсө премияны Д. Н. Малашкин ала[2]. Шуға ҡарамаҫтан, нәҡ скульптор түгел, ә рәссам булараҡ билдәле булған Микешиндың проекты раҫлана[3].
Һәйкәлгә нигеҙ һалыу тантанаһы 1913 йылдың 1 октябрендә үтә. Һуңғараҡ һәйкәлдең натураль ҙурлыҡтағы макеты әҙерләнә, ул буласаҡ монумент урынына ҡуйыла. Лермонтов скульптураһы Карл Робекки бронза ҡойоу заводында эшләнә. Һәйкәлде асыу Лермонтовтың тыуыуына 100-йыллығы алдынан 1914 йылдың 1 октябрендә планлаштырыла, ләкин башланып киткән Беренсе донъя һуғышы был пландарға ҡамасаулай. Һөҙөмтәлә 1916 йылдың 9 майында, уның үлеменең 75-йыллығына ҡарата асыла. Шул уҡ йылда Ново -Петергоф проспекты Лермонтов проспекты тип атала[2].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәМ. Ю. Лермонтов хәрби кейемдә креслола ултырған килеш һүрәтләнә. Ҡыҙыл шымартылған гранит пьедесталда ҡорал-ҡорамалдар, лира һәм таж менән бронза барельефы. Уның аҫтында яҙыу: «М. Ю. / Лермонтову / 1814—1841». Аҫтараҡ — арыҫландың бронза томшоғо. Пьедесталдың арт яғында Лермонтовтың төп әҫәрҙәре һаналып киткән: «Демон», «Ангел», «Бородино», «Герой нашего времени», «Песня про купца Калашникова», «Пророк», «Мцыри», «Спор». Пьедесталдың яҡтарында бронза яҡтыртҡыстарҙы тәпәйҙәрендә тотҡан арыҫландар торған тумбалар менән тамамланған ярым түңәрәк булып ике гранит эскәмйә урынлашҡан[4].
Сәнғәт тарихсыһы В. Г. Исаченко фекере буйынса һәйкәл уңышһыҙ була, сөнки ул образлы башланғысҡа эйә түгел. Һәйкәлдең Лермонтовҡа арналғанлығы тураһында тик пьедесталындағы яҙыуҙар буйынса ғына аңларға була[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ 2,0 2,1 Энциклопедия Санкт-Петербурга. Лермонтову М. Ю., памятник (1914 г., скульптор Микешин Б. М.) 2020 йыл 30 ғинуар архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Исаченко В. Г. Памятники Санкт-Петербурга. Справочник. 2004. — С. 135—136.
- ↑ Сокол К. Г. Монументальные памятники Российской империи. 2006. — С. 353.