Лермонтов һәйкәле (Мәскәү)

Лермонтовҡа һәйкәлМәскәүҙә 1965 йылда Лермонтов майҙанында ҡуйылған шағир Лермонтов Михаил Юрьевичтың скульптура һыны. Монументтың авторы — скульптор И. Д. Бродский, архитекторҙары Н. Н. Миловидов, Г Е. Саевич, А В. Моргулис.

Лермонтов һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1965
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Красносельский район[d]
Булдырыусы Бродский, Исаак Давидович[d]
Һүрәтләнгән объект Лермонтов Михаил Юрьевич
Архитектор Саевич, Григорий Ефимович[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27605600?
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться площадь Красные Ворота
Карта
 Лермонтов һәйкәле Викимилектә

Майҙан Лермонтов исемен 1941 йылда ала, бында Ҡыҙыл ҡапҡалар ҡаршыһындағы Арсеньевтар йортонда, 1814 йылда октябрҙең 2-һенән 3-нә ҡарай төндә Михаил Юрьевич Лермонтов тыуған[2]. Майҙандағы сквер шулай уҡ Лермонтов скверы тип атала һәм шул саҡта шағирға һәйкәл ҡуйыу идеяһы барлыҡҡа килә[3], әммә һуғыш ҡамасаулай. 1950 йылдарҙа һәйкәл ҡуйыу идеяһы яңынан әйләнеп ҡайта, ятышлы образдар эҙләй башлайҙар[4]. Һәйкәл асыу тантанаһы 1965 йылдың 4 июнендә үтә[2].

Тасуирлама

үҙгәртергә

Лермонтовҡа һәйкәл иң романтик Мәскәү монументтарының береһе булып һанала. Скульптор үҙенең әҫәрендә шәхестең асылын һәм шағир ижадының характерын сағылдырырға тырышҡан. Бронза фигура цилиндр гранит постаментта тора. Лермонтовтың шинеленең яғаһын һәм итәктәрен ел елберләтә. Шағирҙың йөҙө уйсан, ҡарашы һағышлы. Скульптура 1960 йылдар өсөн хас булған «ҡырыҫ стилдең» нәфис-пластик алымдарын ҡулланып эшләнгән[5] Пьедесталда Лермонтов шиғырынан юлдар уйып яҙылған:

  Мәскәү, Мәскәү!.. Яратам һине...  

Статуя менән йәнәш Лермонтов әҫәрҙәре — «Мцыри», «Демон», «Елкән» темаһына рельефтар менән тултырылған рәшәткә урынлашҡан[6].

Кинематографияла.

үҙгәртергә

Лермонтовҡа һәйкәл «Уңыш джентльмендары» фильмында телгә алына. Унда енәйәтсе Ҡылый уны «пинжәк кейгән мужик» тип атай[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 624 от 04.12.1974
  2. 2,0 2,1 В 1965 году в Москве открыт памятник Михаилу Лермонтову. inmsk.ru. Дата обращения: 3 ғинуар 2014. 2014 йыл 3 ғинуар архивланған.
  3. Лермонтов. liveinmsk.ru. Дата обращения: 3 ғинуар 2014.
  4. Памятник М. Ю. Лермонтову. nasledie.turgenev.ru. Дата обращения: 3 ғинуар 2014. 2014 йыл 3 ғинуар архивланған.
  5. 3
  6. 3
  7. Евгений Попов. Мужик в пиджаке. grani.ru (24 октябрь 2005). Дата обращения: 3 ғинуар 2014.
  • Роальд Кожевников. Памятники и монументы Москвы. — Московский рабочий, 1976. — С. 136.
  • Иванов в. и. Һәйкәле м. ю. Лермонтовтың: белешмә. — М.: эшселәр мәскәү, 1987. — 64 с., — (Мәскәү биографияһы һәйкәл).