Ленцова Валентина Брониславовна
Ленцова Валентина Брониславовна (ҡыҙ фамилияһы Хатянович) (8 март 1946 йыл — 11 февраль 2019 йыл) — Рәсәй музей хеҙмәткәре, 1982 йылдан алып 2017 йылға тиклем — Мәскәүҙә М. Ю. Лермонтовтың йорт-музейы мөдире[1][2][1]. Н.В.Шахалова исемендәге Рәсәй әҙәби музейҙары директорҙарының семинар ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Ленцова Валентина Брониславовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 8 март 1946 |
Тыуған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 11 февраль 2019 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы, музейный работник |
Эшмәкәрлек төрө | GLAM[d] |
Эш урыны | Центральное телевидение[d] |
Биләгән вазифаһы | завуч[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВалентина Бронеславовна Ленцова 1946 йылдың 8 мартында Өфөлә тыуа. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1968 йылда СССР оборона министрлығы киностудияһында режиссер ярҙамсыһы булып эшләй. 1968 йылдан 1971 йылға тиклем — Үҙәк телевидениела мөхәррир. 1971 йылдан алып — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ә һуңыраҡ 833-се мәктәптең завучы («Октябрьский яланы» метроһы). 1979 йылда 86-сы мәктәптең директоры итеп тәғәйенләнә (Строгино). 1982 йылдың 15 авгусынан — Мәскәүҙә М. Ю. Лермонтовтың йорт-музейы директоры. Шағир йәшәгән Мәскәүҙә Лермонтов хәтерен һәм йортон һаҡлауға тормошон арнай[3][4][5].
Әгәр миңә тормошта уңыш йылмайһа, был мине 1982 йылда Дәүләт әҙәби музейына эшкә саҡырған көн булыр. Мин М.Ю. Лермонтовтың Йорт-музейы мөдире булып эшләй башлайым, әле лә шунда хеҙмәт итәм— МОО СВ[6]
В.Б. Ленцова ауыр, оҙайлы ауырыуҙан һуң 2019 йылдың 11 февралдә Мәскәүҙә вафат була[7][8][7]. Перепечинский зыяратында ерләнә.
Киң мәғлүмәт сараларында сығышы
үҙгәртергә- «Наше наследие»[9], «Третьяковская галерея»[10] һ. б журналдарында ; «Притяжение Андроникова» йыйынтығында Лермонтовҡа арналған мәҡәләләр авторы[11].
Мөхәриррләү эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- «Я помню чудное мгновенье…» Избранная высокая любовная лирика поэтов России XVIII, XIX, XX веков и стихотворения о Пушкине. М.: Рекламная библиотечка поэзии, 2000. ISBN 5721204258.
- «Душа России». Пятнадцать веков русской поэзии. Всеобщая энциклопедическая антология. М.: Рекламная библиотечка поэзии, 2004. ISBN 5-7612-0436-3.
- А. И. Смирнова-Козлова. «В Брюсовском институте. Записки современницы». М.: Рекламная библиотечка поэзии, 1998. ISBN 5-7612-0412-6.
Ижтимағи эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- Арбат муниципаль йыйылышы депутаты (2008—2012)[16]
- Милли Фонд тарафынан оешторолған йәш нәфис һүҙ оҫталарының «Йәш таланттар» конкурсының жюри ағзаһы була[17].
- Лермонтовтың атаһының имениеһы урынлашҡан Кропотов янында мәктәптә Лермонтов музейы реэкспозицияһы проектын уйлап сығара һәм тормошҡа ашыра (Липецк өлкәһе)[18]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә (1997)
- РФ атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999)
- Мәҙәниәттә ҡаҙаныштары өсөн (2001)
- Мәҙәниәт һәм сәнғәт ҡаҙаныштары өсөн (2014)
- М. Ю. Лермонтовтың тыуыуына 200 йыл (2014)[19]
Ғаиләһе
үҙгәртергәИре — шағир, нәшриәтсе Ленцов Владимир Андреевич (17 февраль 1935 йыл — 25 июнь, 2006). Ҡыҙы — Ленцова Нина Владимировна (18 июль 1969 — 18 июль, 2005), М.Ю.Лермонтовтың Мәскәү йорт-музейында ғилми хеҙмәткәр булып эшләгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 МОСКОВСКОЕ ЛЕРМОНТОВСКОЕ ОБЩЕСТВО
- ↑ Памяти Валентины Брониславовны Ленцовой. Государственный литературный музей .
- ↑ Рябоконь, Елена. Прикосновение к подлиннику : Газета // Литературная газета. — 2014. — № 12 (26 марта). — ISSN 0233-4305.
- ↑ Скорондаева, Анастасия. Где найти героев нашего времени : Газета // Российская газета. — 2015. — № 141 (7 марта).
- ↑ Завиши, Ирэна К 200-летию со дня рождения М.Ю.Лермонтова . Rosyjski Ośrodek Nauki i Kultury (23 июль 2016). Дата обращения: 23 июль 2016. Архивировано 23 июль 2016 года.
- ↑ Интервью с Валентиной Брониславовной Ленцовой . МОО СВ. Дата обращения: 23 июль 2016. Архивировано 23 июль 2016 года. 2016 йыл 23 июль архивланған.
- ↑ 7,0 7,1 После тяжелой болезни ушла из жизни Валентина Ленцова ГТРК «Пенза» .
- ↑ Светлой памяти замечательного человека... «Тарханы» Государственный Лермонтовский музей-зпаовеник .
- ↑ Валентина Ленцова. Дом юности поэта .
- ↑ Валентина Ленцова «Вступаюсь за честь Шекспира…»
- ↑ «Долгий путь к мечте: И. Л. Андроников и музей М. Ю. Лермонтова в Москве» .
- ↑ «Мой Лермонтов» . 2016 йыл 14 август архивланған.
- ↑ «Мой Лермонтов» может появиться у каждого .
- ↑ Михаил Юрьевич Лермонтов. Детство и юность. Начало творческого пути (16.09.08)
- ↑ Наше время: Михаил Лермонтов. «Мое грядущее в тумане» («Совершенно секретно») .
- ↑ Депутаты муниципального собрания Арбат (недоступная ссылка). Дата обращения: 13 июля 2016. Архивировано 15 августа 2016 года.
- ↑ Подведены итоги конкурса юных чтецов «Молодые таланты 3» Архивная копия от 1 октябрь 2016 на Wayback Machine
- ↑ Под сенью серебристых тополей. Дата обращения: 5 августа 2016. Архивировано 22 августа 2016 года.
- ↑ Приказ Министерства культуры Российской Федерации от 10 июня 2014 г. № 1068 "Об учреждении памятной медали «200-летие М. Ю. Лермонтова» .