Ленин юлы (журнал)

«Ленин юлы» — ижтимағи-сәйәси журнал. ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә Комитеты органы. Өфөлә ай һайын башҡорт телендә сыға. 1928 йылдың апреленән 1930 йылдың июленә, 1932 йылдың декабренән алып 1937 йылдың декабренә тиклем нәшер ителә. Журнал биттәрендә республика партия ойошмаларының эшмәкәрлеге яҡтыртыла, үҙәк һәм өлкә партия комитетының ҡарарҙары, бойороҡтары, ижтимағи-сәйәси темаларға мәҡләләр баҫыла.