Лащ табыш йорто
А. Э. Лащ табыш йорто[1] (А. П. Ливус табыш йорто[2]) — Дондағы Ростов ҡалаһының Пушкин урамында, Максим Горький исемендәге парк ҡаршыһында урынлашҡан 75-се йорт. Йортто XX быуат башында Александр Эдмундович Лащ төҙөгән. Табыш йортоноң иң бай фатирҙары тәҙрәләре менән Пушкин урамына ҡарай, дәрәжәләре кәмерәк фатирҙар — ихатаға[3]. Әлеге ваҡытта был күп фатирлы торлаҡ йорт. Килем йорто төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.
Иҫтәлекле урын | |||
Лащ табыш йорто
| |||
Ил | Рәсәй | ||
Ҡала | Дондағы Ростов, Пушкин урамы, 75 | ||
Статус |
| ||
Лащ табыш йорто Викимилектә |
Архитектураһы
үҙгәртергәТабыш йортоноң фасады Пушкин урамының ҡыҙыл линияһы буйынса урынлашҡан. Бина дүрт ҡатлы, мансардаһы бар. Фасадтың биҙәлешендә готика мотивтары бар. Фасадтың вертикаль бүленешен, ҡабырғалары буйлап колонналар менән биҙәлгән ике ситке сығынтылар билдәләй. Сығынтылар фронтон менән тамамлана. Парад ишеге өҫтөндә ҙур булмаған декоратив колонналар һәм үҫемлек орнаменты урынлашҡан. Тәҙрә уйымдары йоҙаҡ ташы менән биҙәлгән. Фасад өсөнсө һәм дүртенсе ҡат араһындағы үҫемлек орнаментлы бүлкәт менән биҙәлгән. Бишенсе ҡатта — ҡыйыҡ тәҙрәле мансарда.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Об объявлении недвижимых памятников истории и культуры города Ростова-на-Дону под охраной органов местного самоуправления . zakon.7law.info. Дата обращения: 24 ноябрь 2013.(недоступная ссылка)
- ↑ Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения) . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 23 сентябрь 2013.
- ↑ Волошинова Л. Ф. Пушкинская улица. — Ростов-на-Дону: «Донской издательский дом», 2000. — С. 29—32. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87688-250-X.