Лаурер тукнерарияһы

Лаурер тукнерарияһы (Tuckneraria laureri) — пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө.

Ботаник яҙма

үҙгәртергә

Талломы япраҡ рәүешле, аныҡ булмаған формала, үҙәгендә яҡшы беркетелгән, ситтәре ирекле. Айырсаларының оҙонлоғо 1,5—5 см, киңлеге 5—10 мм, тәрән бүлкәтле. Талломының өҫкө йөҙө асыҡ һары йәки йәшкелт‑һары төҫтә, айырса ситтәре буйлап үҫешкән һарғылт‑аҡһыл төҫтәге соредиялар м‑н. Аҫҡы йөҙө асыҡ төҫтә, йыуан гиф ептәре (ризиндар) һәм псевдоцифеллалары (аҡһыл таптар, йәғни газ әйләнеше өсөн хеҙмәт иткән ҡабыҡ өҙөктәре) бар. Ҡыҙғылт‑көрән төҫтәге дискы булған, диаметры 6—7 мм еткән апотециялары һирәк барлыҡҡа килә.

Таралышы

үҙгәртергә

Белорет районының («Көньяҡ Урал» ҡурсаулығы) таулы киң япраҡлы урмандарында ағас олондарында үҫә. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Лаурер тукнерарияһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.