Лакиер йорто (Таганрог)
Лакиера йорто — XIX быуаттың беренсе яртыһы архитектура ҡомартҡыһы[1] . Ул Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында Тургенев тыҡрығы, 5 адресы буйынса урынлашҡан. Йорт классицизм стилендә төҙөлгән, уның фасадын ярымколонналар биҙәй.
Иҫтәлекле урын | |
Лакиер йорто (Таганрог)
Лакиер йорто | |
Ил | Рәсәй |
Адрес | Таганрог, Тургенев тыҡрығы, 5 |
Архитектура стиле | классицизм |
Нигеҙләнгән | XIX быуаттың беренсе яртыһы |
Тарихы
үҙгәртергәXIX быуаттың беренсе яртыһында Таганрог ҡалаһының Тургенев тыҡрығында ике ҡатлы яңы айырым йорт төҙөлә. Ул Нахичевандың I гильдия сауҙагәре Карп Маркович Гайрабетов милегендә булған бер ҡатлы ҡоролмалар, кибеттәр өҫтөнән күтәрелеп, ҡуҡырайып ултыра. Гайрабетов ҡаланың нәҫелдән килгән почетлы гражданы[2] була. 1839 йылда йорт хужаһы грек гражданы, сауҙагәр Мануил Кумани була. 1860-сы йылдарҙа йорт хужаһын алмаштыра, яңы хужаһы булып коллежский советник Марк Варваци тора. 1882 йылда йорт уның вариҫтарына — Александра Попудоваға һәм Елена Лакиерға күсә. Улар 1920-се йылдар башына, совет власы урынлашҡанға тиклем йорт хужаһы булып торалар. Уларҙың милегендә шулай уҡ Грек урамындағы 42-се йорт була. Баһалау мәғлүмәттәре буйынса, ошо ваҡытта йорт хаҡы 24 мең һумға тиң булаған. Ошо йортта оҫтахана ихтыяждары һәм ҡатын-ҡыҙҙар күлдәге һәм балалар кейеме тегергә заказдар ҡабул итеү өсөн Фай[3] ханым ҡуртымға фатир ала. Башҡа сығанаҡтар буйынса, «мода оҫтаханаһы» йортта 1892 йылдан алып урынлашҡан һәм ул И. Ю. Фивичтыҡы булған. 1992 йылдан йорт — архитектура ҡомартҡыһы, закон менән һаҡлана. 2003 йыл мәғлүмәттәре буйынса, йортта «Тополек»[4] балалар баҡсаһы урынлашҡан .
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Жилой дом 2017 йыл 12 март архивланған.
- ↑ Гаврюшкин О. П. Г12 «По старой Греческой…» (Хроника обывательской жизни) — Т.: ООО «Издательство „Лукоморье“», 2012. — 514 с.
- ↑ Дом 5 2017 йыл 12 март архивланған.
- ↑ Энциклопедия Таганрога