Лакиерҙар йорто (Таганрог)

Лакиерҙар йортоРостов өлкәһе Таганрог ҡалаһындағы Грек урамы, 42-лә урынлашҡан тарих һәм архитектура һәйкәле.

Иҫтәлекле урын
Лакиерҙар йорто (Таганрог)
Лакиерҙар йорто
Файл:Таганрог, Грек урамы, 42 фото 001.jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Грек урамы,42
Архитектура стиле ордерһыҙ классицизм
Нигеҙләнгән 1830-се йылдар
Статус архитектура һәйкәле

Тарих үҙгәртергә

XIX быуат башында был кирбес стилендә төҙөлгән йорт Иван Андреевич Варваци милке була[1]. Билдәле булғанса, Александр I Таганрогҡа килгән сағында был ерҙәрҙә уның ағастан төҙөлгән ат һарайы торған. Ул ҡала ҡаҙнаһы аҡсаһына төҙөлгән. Ошо уҡ территорияла казак һарай полкының лейб-гвардиясылары йәшәгән.

Был йорт менән бер нисә популяр таганрог ғаиләләренең тарихы бәйле[2].

XIX быуаттың икенсе яртыһында өй коллежский кәңәшсеһе, Ростов өйәҙе дворянствоһының предводителе Марк Николаевич Варваци милкендә була. (башҡа мәғлүмәттәргә ҡарағанда — Варваки). 1836 йылда ул титуляр кәңәшсеһе ҡыҙы София Дмитриевна Альферакиға өйләнә. Варваци ғаиләһендә 2 ҡыҙы үҫә: Александр һәм Елена. Александра грек короле һарайының кешеһе Попудовҡа кейәүгә сыға, ә Елена «Русская геральдика» китабының авторы — Александр Борисович Лакиерға . Лакиерҙың «Рус геральдикаһы» китабы 1854 йылда баҫылып сыға һәм уның авторы был хеҙмәте өсөн Демидовский премияһына лайыҡ була[3].

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1860 йылдың 1 ғинуарында йорттоң майҙаны-903 квадрат сажин тәшкил итә.

Александр Лакиер 1870 йылда, ә уның ҡатыны Елена — 1915 йылда вафат була. Уларҙың биш балаһы була: улдары Марк, Иван, ҡыҙҙары София, Александра һәм Елена (башҡа версия буйынса — Мария).

1910 йылда был йортта стивадорҙар артеле тора, 1918 йылда — Ҡыҙыл Армия отрядтары казармаһы урынлаша. 1920-се йылдарҙа ишегалды территорияһында «Гальваноэлемент» фабрикаһы эшләй. Беҙҙең заманда был торлаҡ йорт, һәм ул 1992 йылдан алып архитектура һәйкәле булараҡ закон менән һаҡлана[4].

Һүрәтләү үҙгәртергә

Ике ҡатлы йорт фасады сандриктар менән һәм һылап эшләнгән биҙәктәр менән биҙәкләнгән. Иң башта кирбес стилендә төҙөлгән йорт 1872 йылда ордерһыҙ классицизм стилендә яңыртылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Энциклопедия Таганрога
  2. Гаврюшкин О. П. Г12 «По старой Греческой…» (Хроника обывательской жизни) — Т.: ООО «Издательство „Лукоморье“», 2012. — 514 с.
  3. Дома Лакиеров 2017 йыл 12 март архивланған.
  4. Жилой дом. 2017 йыл 12 март архивланған.