Лайла Магга

көньяҡ саам телендә балалар яҙыусыһы, уҡытыусы һәм лексикограф

Лайла Магга, ҡыҙ фамилияһы Маттссон швед. Lajla Magga, Mattsson; 1942 йылдың 4 ноябрендә Швецияның Кали местечкоһында, Оран коммунаһында тыуған) — көньяҡ саам телендә балалар яҙыусыһы, саам телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур өлөшө өсөн Төньяҡ илдәренең абруйлы «Gollegiella» (2010) наградаһы менән бүләкләнгән уҡытыусы һәм лексикограф.

Лайла Магга
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Норвегия
Тыуған көнө 4 ноябрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1] (82 йәш)
Тыуған урыны Швеция
Хәләл ефете Магга, Уле Хенрик[d][1]
Яҙма әҫәрҙәр теле южносаамский язык[d]
Һөнәр төрө лексикограф, балалар яҙыусыһы, уҡытыусы, яҙыусы, тәржемәсе
Уҡыу йорто Университет Осло[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Лайла Магга Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1942 йылдың 4 ноябрендә Швецияла, Кали ҙур ауылна ҡараған Оре коммунаһында болансылар Густав Маттссон (Gustaf Edvard Mattson; 1897—1973) һәм Элина Ларссон (Elin Margareta Larsson; 1887—1973) ғаиләһендә тыуған.

Осло университетында уҡып, көньяҡ саам теле уҡытыусыһы квалификацияһын алған[2].

1984 йылда үҙенең «Maahke ryöknie» тип аталған тәүге китабын, ә аҙаҡ бер нисә балалар китабын, һүҙлектәрен һәм дәреслектәрен баҫтырып сығара.

1993 йылда, тел белгесе Кнут Бергсланд (Knut Bergsland) менән берлектә «Åarjelsaemiendaaroen baakoegaerja/Sydsamisk-norsk ordbok» (Көньяҡ саам-норвег һүҙлеген)[3], ә һуңғараҡ бер нисә балалар китабы һәм Норвег-көньяҡ саам һүҙлеген[4] баҫтырып сығарған.

2010 йылда саам телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур өлөшө өсөн Төньяҡ илдәренең «Gollegiella» наградаһы менән бүләкләнгән. Хәҙерге ваҡытта ире Уле Магга менән бергә Тәүратты көньяҡ саам теленә тәржемәһен эшләйҙәр һәм көньяҡ саам теленең грамматикаһын яҙалар[5].

Норвегияның Кёутукейну коммунаһында йәшәй.[6][7].

Библиографик белешмә

үҙгәртергә
  • Åarjelsaemien-Sydsamisk baakoegærja daaroen-norsk ordbok. 1993 Iđut. Bokhylla (bergsland менән бергә, Knut)
  • Govne-boetske / saemiegielese. 1984. Tana: dji galæd’Jår'
  • Maahke ryöknie = Tana rehkenasta Máhtte: dji galæd’Jår'. 1984
  • Piere Daate lea Tana: dji galæd’Jår'. 1984
  • Norsk-ordbok sydsamisk — Daaroen-baakoegærja åarjelsaemien. 2009 Iđut.
  • Sørsamisk grammatikk. Davvi Girji 2012 (менән бергә Магга Уль).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Norsk biografisk leksikon (билдәһеҙ)Kunnskapsforlaget. — ISSN 2464-1502
  2. Gollegiella 2010 (билдәһеҙ). Sametinget. Дата обращения: 23 сентябрь 2016.
  3. Språknytt. — Norsk språkråd, 2007.
  4. Lajla Mattsson Magga (норв.). Idut. Дата обращения: 23 сентябрь 2016. 2016 йыл 24 сентябрь архивланған.
  5. Larsen, Dan Robert. To priser på to dager til Máret Sárá (билдәһеҙ). NRK (22 ноябрь 2016). Дата обращения: 23 сентябрь 2016.
  6. Ole Henrik Magga (норв.). Norsk Biografisk Leksikon. Дата обращения: 23 сентябрь 2016.
  7. Magga utgir Sørsamisk grammatikk (норв.). NRK (19 декабрь 2012). Дата обращения: 23 сентябрь 2016.