Лайлалы ҡусҡарҙар
Лайлалы ҡусҡарҙар | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Слизень сизо-чёрный (Limax cinereoniger) | ||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Limacidae Lamarck, 1801 | ||||||||||||
Подсемейства[1] | ||||||||||||
| ||||||||||||
|
Лайлалы ҡусҡарҙар (Limacidae) — ҡорһағаяҡлылар класының моллюскылар ғаиләһе.
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәКәүҙәһе 25—50 мм оҙонлоҡта, селәүсен йәки цилиндр формаһында, аҡһыл йәки һарғылт төҫтә, көрән йәки ҡара таплы; баштан, кәүҙәнән һәм аяҡтан тора. Башында 2 пар һәрмәүес урынлашҡан, бер парының осонда күҙҙәре бар. Ауыҙ ҡыуышлығы бәләкәй ярыҡ рәүешендә. Ҡабырсағы (овал формалағы эзбиз пластинка) рудиментар, арҡаһын өлөшләтә ҡаплаған мантия аҫтында урынлашҡан. Һулышлығы кәүҙәһенең уң яғында.
Үрсеүе
үҙгәртергәГермафродит. Үҫеше тура. Аталанған йомортҡаһын (эре, үтә күренмәле; 200 дананан ашыу) ергә ҡойолған япраҡ аҫтына, төрлө үҫемлек һабағы төбөнә һала.
Йәшәйеше
үҙгәртергә250‑нән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда баҫыу лайлалы ҡусҡары (Deroceras agrestis) һәм селтәрле лайлалы ҡусҡар осрай. Бер нисә йыл йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Япраҡтар м‑н туҡлана. Урман ситендә, баҫыуҙа, һаҙлыҡта, йәшелсә баҡсаһында йәшәй. Ҡайһы бер төрҙәре — гельминттарҙың аралыҡ хужалары. Л.ҡ. м‑н күп ҡошр, ер-һыу хайуаны, ваҡ имеҙеүселәр туҡлана. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ BioLib Profil taxonu — čeleď slimákovití Limacidae Lamarck, 1801 Ҡалып:Ref-cz
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |
Был малакология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |