Көңгөр йәмиғ мәсете (мәхәллә)Көңгөр ҡалаһы үҙәге Ситников урамында урынлашҡан.

Көңгөр мәсете
Нигеҙләү датаһы 1997 һәм 2007
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Көңгөр
Ойошма ағзаһы Сөнниҙәр
Карта
 Көңгөр мәсете Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

1932 йылдың архив мәғлүмәттәре буйынса, Көңгөр ҡалаһында дүрт мосолман йәшәгән. Уларҙың Шавкунова урамында ғибәҙәт ҡылыу йорто булған. 1930 йылда Көңгөр мосолман ойошмаһы ағзалары репрессияланған һәм мәжбүри эштәргә ебәрелгән, ә уларҙың ғибәҙәт йорто дәүләт файҙаһына тартып алынған.

1993 йылдың 4 сентябрендә Көңгөр мосолман йәмғиәте тергеҙелә,ә намаҙ уҡыу өсөн авария торошондағы мәктәп бинаһынан файҙаланғандар. 1996 йылдың 18 октябрендә мосолман йәмғиәте дөйөм йыйылышта яңы мәсет төҙөлөү ҡарарын ҡабул итә. Уның тәүге нигеҙ ташын 1997 йылдың 16 авгусында Рәсәй мосолмандарының Юғары Мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин һала.

Мәсет Пермь архитекторы Р. З.Яҡупов проекты буйынса ун йылға яҡын граждандарҙың һәм төрлө ойошмаларҙың күсерелгән аҡсаһына төҙөлгән. 1997 йылдан 2004 йылға тиклем тик нигеҙен төҙөү эштәре генә башҡарыла. 2005 йылда,Көңгөр ҡалаһы башлығы Әмир Нариман улы Мәхмүтовтың әүҙем ярҙамы менән төҙөлөш объекттары яңы импульс ала. Мәсет бинаһы ике йыл эсендә төҙөлөп бөтә. 2006—2007 йылдарҙа мәсетте төҙөүгә иң ҙур өлөш индергән. ЛУКОЙЛ — Пермь компанияһы 2,5 миллион һумдан ашыу аҡса һала.

Ҙурлығы — 9 х 18 метр, манараларының бейеклеге — 26 метр. 1,5 миллион һум планлаштырылған сығым урынына төҙөлөш тотоноуҙары 4 миллион һум тәшкил итә. Мәсеттең имам- мөхтәсибы итеп Ғабдурәфит Ғабдурәхимов тәғәйенләнә.

2007 йылдың 10 авгусында мәсет асыу тантанаһы үтә. Ул Көңгөр мөхтәсибы составына ингән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә