Көҙгө ллойдия
Ллодия — ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Таралышы
үҙгәртергә20 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың арктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда көҙгө үҫә. Белорет районында Машаҡ һыртында, Ирәмәл һәм Ямантау тауҙарында үләнле‑мүкле тундрала үҫә.
Ботаник яҙма
үҙгәртергәЯпраҡтары күп һанлы ҡоро еңсәләр м‑н ҡапланған оҙонса‑конус формаһындағы һуғанбашлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы ябай, төҙ, 5—40 см бейеклектә; 2 тар оҙонса ер яны япрағы һабаҡтан оҙонораҡ, 3—5 һабаҡ япрағы ҡыҫҡараҡ һәм киңерәк, сиратлы. Сәскәләре аҡ төҫтә, буранка формаһында, ғәҙәттә яңғыҙар. Тажы ирекле 6 япраҡсанан тора, тышҡы 3‑һөнөң төбөндә һары таптар бар, эскеләре (емеш янында ҡалалар) 3 ҡыҙыл һыҙатлы. Июнь башында сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы ҡумта, июлдә өлгөрә.
Ҡулланыу
үҙгәртергәДекоратив үҫемлек. Реликт, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Көҙгө ллойдия // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.