Көнсығыш ҡасабаһы (Ишембай ҡалаһы)
Көнсығыш ҡасабаһы (халыҡта — Собачий) — Ишембай ҡалаһы биҫтәһе[1][2], Перегонный ҡасабаһына сиктәш, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.
Көнсығыш ҡасабаһы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Көнсығыш ҡасабаһы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1932 йылда Ишембай ауылы эргәһендә нефть ятҡылығының асылыуы менән Стәрлетамаҡ районының Ишембай ауылы тарафына эшкә мохтаж кешеләр ағыла башлай. 1933 йылда урындағы новатор һәм рационализатор Ф. П. Похлебаев Ағиҙелдең һул яҡ ярында тәүге нефть эшкәртеү ҡоролмаһын ҡуя[3].
Тәүге көндәрҙә ҡоролма 750 литр бензин бирә, ә 1933 йылдың икенсе яртыһынан — тәүлегенә 15 тоннаға яҡын бензин. Әлбиттә, бик түбән октанлы һәм көкөртө үтә күп булған, сифаты менән «маҡтана алмаған» бензин була ул. Заводта торбалы нефть ҡыуҙырыу ҡоролмаһы, таҙартыу ҡоролмалары, һыу менән тәьмин итеүсе һәм тауар хужалығы, ҡаҙан цехы, лаборатория, ремонт цехы була. Бында бензин һәм мазут етештерелә.
1934 йылдың 1 октябрендә СССР-ҙың Ауыр сәнәғәт министрлығының "Главнефт"енең 350-се Күрһәтмәһендә «Востокнефть» тресына түбәндәге эш ҡушыла: «…кисекмәҫтән Ишембайҙа нефттән бензин алыу ҡоролмаһын урынлаштырыуҙы башларға». "Нефтепроект"тан килгән проектлаусылар Монаков менән Смуров талап ителгән әҙерлек эштәрен үтәп ҡуя. Ә 1935 йылдың 31 майында проект әҙер була, һәм ҙур завод төҙөүҙе[2] күҙҙә тотҡан «Главнефть» уны раҫлай. Төҙөлөшкә Иван Иванович Новиков етәкселек итә, артабан ул директоры булып китә. Яңы завод төҙөлөшөнә бөтә илдән белгестәр, төҙөүселәр, квалификациялы эшселәр ағыла. Бер йылдан завод төҙөлөп бөтә, яңы завод өсөн ҡорамалдарҙы илдең бик күп предприятиелары етештерә: колоннаны һәм йылылыҡ алмаштырғыстарҙы Подольск ҡалаһы заводы, ҡаҙандарҙы — «Ленкузница», насостарҙы «Красный молот», моторҙарҙы «Электросила», торбаларҙы — Таганрог һәм Днепропетровск заводтары.
1935 йылдың август аҙаҡтарына завод Перегонный ҡасабаһында төҙөлөп бөтә, 31 августа нефттең тәүге ағымы килә башлай. 1936 йылдың 17 октябрендә завод проект ҡеүәтенә сыға, 23 ноябрҙә Советтарҙың VIII съезына бүләк сифатында Ишембай бензины ҡойолған 18 цистернанан торған состав Мәскәүгә килә, 20 декабрҙә Ишембай нефть ҡыуҙыртыу заводын (433-сө һанлы завод) дәүләт комиссияһы ҡабул итә
Был предприятиеға эшкә урынлашҡандар Бурансы ауылына терәлеп кенә ятҡан Перегонный ҡасабаһында урынлаша, ә йәшәр урыны булмаған йәштәр заводтан алыҫ булмаған урында йәшәү өсөн торлаҡ — землянкалар ҡаҙып инә. Тәүҙә Көнсығыш ҡасабаһы ваҡытлыса ғына төҙөлгән землянкаларҙан торһа, ваҡыт үтеү менән был тораҡ пункты рәсмиләштерелә һәм халыҡ араһында һаҡланған «Собачий» атамаһы аҫтында түгел, ә «Көнсығыш» атамаһы аҫтында теркәлә. Хәҙер инде ул — матур-матур йорттары, ихаталары менән маҡтанырлыҡ ҡала биҫтәһе.
Урамдары
үҙгәртергә- Вавилов урамы
- Карбышев урамы
Транспорт
үҙгәртергә- 1, 5-се ҡала автобус маршруттарында барырға мөмкин.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ишимбай — это город (ч. II), 2016
- ↑ Список депутатов. Официальный интернет-портал города Ишимбая. Проверено 19 августа 2014.
- ↑ К. И. Мангушев, В. Н. Поляков, Ю. В. Уткин «Чудесный клад», Москва, изд. Советская Россия, 1985. стр. 144/Дуслык — это дружба, стр. 122
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Никулочкин, Д. В. Ишимбай — это город? 2016 йыл 18 май архивланған. : ч. II. «Город лишился территорий?» // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2016. — № 3 (13 января). — С. 2. — ISSN 2220-8348.
• К. И. Мангушев, В. Н. Поляков, Ю. В, Уткин «Чудесный клад» (Москва, Советская Россия, 1985 г., стр. 144, 20 000 экз.).