Көйөргәҙе районы 2014 йылда
2014 йылда Көйөргәҙе районының иҫтәлекле ваҡиғалары.
Район тарихы
үҙгәртергә- 1824 йыл 14-16 сентябрҙә(иҫке стиль менән) император Александр 1-се сәғәтенә 18 саҡрым тиҙлек менән Көйөргәҙе районы биләмәһенән уҙып китә.Ул Ырымбурҙан Өфөгә юл тотҡан була.
- 1919 йылдың 20 мартында Көйөргәҙе районы биләмәләре кергән Бөрйән-Түнәүер һәм Ҡыпсаҡ -Етеырыу кантондарынан сығарылып, Көйөргәҙе һәм Мораптал волостары итеп төҙөлә.
- 1929 йылда Акһары МТС-ы төҙөлә. Ул 1936 йылғаса Чапаев исемен йөрөтә.
- 1944 йылда Көйөргәҙе ит совхозы базаһында 138 йылҡы заводы төҙөлә.
- 1954 йыл 5 ауыл советы берләштерелә: Урал ауыл советы Холмогорға, Васильевка ауыл советы Таймаҫҡа, Илкәнәй ауыл советы Тау ауыл советына, Яҙлау ауыл советы Яҡшымбәт ауыл советына, Арыҫлан -Әмәкәс ауыл советы Керәүле-Илюшкин ауыл советына берләштерелә.
- 1959 йылда Көйөргәҙе район-ара төҙөлөш берекмәһе(МСО) барлыҡҡа килә.
- 1969 йылда Мораптал участка дауаханаһының яңы бинаһы төҙөлә. Ул 35 ауырыуҙы (карауат-койка) һауыҡтырыуҙы күҙ уңында тотҡан.
- 1979 йылда Ермолаево эшселәр ҡасабаһында стадион төҙөлә башлай. Шулай уҡ совхоздарҙың үҙәк бүлексәләрендә спорт майҙансыҡтары төҙөлә.
- 1984 йыл Холмогор ауыл советы үҙәге Холмогор ауылынан Шәбағыш ауылына күсерелә.
- 1993 йыл Кинйә Арыҫлановтың 270 йыллығы билдәләнә, Кинйә музейына нигеҙ һалына.
- 1994 йыл Киров колхозы музейына Ғәзиз Әлмөхәмәтов исеме бирелә.
- 1994 йыл Көйөргәҙе районы дәүләт автоинеспекцияһы төҙөлә.
- 1994 йыл Район статистика идаралығы төҙөлә.
- 1994 йыл РайГаз ойошмаһы төҙөлә.
- 2004 йыл Ермолаевоға ауыл статусы кире ҡайтарыла.
- 2004 йыл Ермолаево ауылында һуғыштан әйләнеп ҡайтыусы яугирҙәргә һәм Дан мемориаль таҡта-обелиск ҡуйыла.
- 2004 йыл Район больницаһында яңы рентген кабинеты асыла.
- 2004 йыл Ермолаевола «Рамаҙан» мәсетенә нигеҙ һалына һәм төҙөлә башлай.
Ауылдар тарихы
үҙгәртергәРайондаштар
үҙгәртергә- 1909 йылдың 19 ғинуарында яҡташ яҙыусыбыҙ Бикбаев Баязит Ғаяз улы тыуған. Ҡалта ауылы.
- 1919 йылда яуғир-шағир, Көйөргәҙе районының тик башҡорт телендә генә сыҡҡан «Ленин байрағы» гәзитенең яуаплы сәркәтибе Кинйәкәев Сабир Мөьмин улы тыуған. Түбәнге Мотал ауылы.
- 1964 йылда Афған Республикаһында вафат булып ҡалған Аллабирҙин Нафиҡ Ғайса улы һәм Байғужин Марат Ғариф улы тыуған.