Кәримова Эльвина Хәйҙәрйән ҡыҙы

Кәримова Эльвина Хәйҙәрйән ҡыҙы (25 март 1994 йыл) — Рәсәй ватерполисткаһы, «Уралочка-ЗМЗ» ватерпол клубының һәм Рәсәй йыйылма командаһының һөжүмсеһе. Атҡаҙанған спорт мастеры[2]. Башҡорт[3].

Кәримова Эльвина Хәйҙәрйән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 25 март 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (30 йәш)
Тыуған урыны Златоуст, Силәбе өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө ватерполист, йөҙөүсе
Спорт командаһы ағзаһы Женская сборная России по водному поло[d]
Масса 62 килограмм
Спорт төрө Һыуҙа туп уйнау
Ҡатнашыусы летние Олимпийские игры 2016[d], Водное поло на летних Олимпийских играх 2016 (женщины)[d][1] һәм water polo at the 2020 Summer Olympics – women's tournament[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы
Бейеклеге/буйы 166 сантиметр

Биографияһы үҙгәртергә

Балаҡатай районының Ҡәҙер ауылында тыуа һәм бала сағы шунда үтә. Ғаилә Златоуст ҡалаһына күсенгәс, туғыҙ йәшенән Эльвинаны «Уралочка» спортклубына (тренеры — Михаилу Накаряков) бирәләр[3].

Карьераһы үҙгәртергә

«Уралочка-ЗМЗ» командаһында һөжүмсе булып сығыш яһай. 2011 йылда (15 йәшендә) спорт мастеры нормативын үтәй[4].

Рәсәй Йәштәр йыйылма командаһы өсөн сығыш яһап, донъя (2009, 2012) һәм Европа беренселегендә еңеү яулай (2010, 2012)

2013 йылда Универсиада еңеүсеһе була һәм халыҡ-ара кластағы спорт мастеры спорт исеме бирелә[5].

Белеме үҙгәртергә

Силәбе дәүләт университетының ситтән тороп һәм дистанцион белем алыу факультеты студенты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (25 август 2016 йыл) — 2016 йылда Рио-де-Жанейролағы (Бразилия) XXXI Олимпиада уйындарындағы юғары спорт ҡаҙаныштары, еңеүгә ихтыяр һәм ынтылыш өсөн[6].
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт Хаты (2013)[7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә