Кәләпүш
Кәләпүш, башкейем (урыҫса каляпуш) — башҡорт ҡатын-ҡыҙының боронғо баш кейеме. Байрамда һәм төрлө йола башҡарғанда кейгәндәр.
Тегелеше
үҙгәртергәКәләпүш бейек ярымтүңәрәк көмбәҙләп тегелгән, тирәсенең артҡы яғына яҫы арҡалыҡ беркетелгән. Түбәһен һәм көмбәҙен буҫтауҙан йәки туланан киндер эслек һалып теккәндәр. Уны ҡыҙыл йәки ҡомас кизе-мамыҡ туҡыма менән тышлағандар. Кәләпүште тулыһынса, көмбәҙ өлөшөн дә, "ҡойроғон" да ҡаплап еҙ йә көмөш тәңкәләр, мәрйендәр тағып сыҡҡандар . Арҡалыҡтың бер өлөшөнә бәрхәт туҡыма һәм мәрйен селтәр, суҡтар теккәндәр. Ситтәрен мәрйен һәм йоморсаҡ аҡыҡ төймәләр менән биҙәгәндәр. Түбә өлөшөнөң уртаһын мәрйен менән сигеп, металл суҡы беркеткәндәр.
Таралышы
үҙгәртергә19-сы быуат урталарына тиклем Урал аръяғында, Башҡортостандың урта һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында киң таралған булған. Быға оҡшаш баш кейемдәре ҡайһы бер төрки һәм фин-уғыр халыҡтарында ла осраған.
Кәләпүш кейгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һынлы сәнғәттә
үҙгәртергә-
Жак Грассе де Сен-Совер (Франция, 1757-1810)
-
Клод-Луи Десраз, 1787
-
Билдәһеҙ рәссам, 1814
-
Иоганн Готлиб Георги (1738-1802)
Сығанаҡтар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964.
- Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Мәскәү: «Русский язык», 1993. 1-се том — 592-се бит.
- Башкиры: Этническая история и традиционная культура. Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2002.
- Женская одежда северных башкир // Археология и этнография Башкирии. Т. I. Уфа, 1962.
- Казбулатова Г. Х. Историческая память и символика костюма // Ватандаш. — № 3, 2005.
- Костюм татар и башкир Урала 2013 йыл 16 декабрь архивланған.//Народное искусство Урала. Традиционный костюм, ред.-сост. А. А. Бобрихин. Екатеринбург, 2006.
- Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006.
- Шитова С. Н. Башкирская народная одежда. — Уфа: Китап, 1995.