Күҫтәр

Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылындағы тау

Күҫтәр тауы — Башҡортостандың Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылы территорияһында урынлашҡан тау.

Күҫтәр
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Иҫке Мөхәмәт ауылы

Тау атамаһы тарихи ваҡиғаларға бәйле. 1675 йылда батша хөкүмәте башҡорттарға тимерлек тотоуҙы, ҡорал һәм дары эшләүҙе тыйһа ла, башҡорттар тимер эше менән булышыуын ташламай, әммә был шөғөлөн кеше күҙенән йәшерә. Бөгөн Күҫтәр тип аталған тауҙа ла йәшерен тимерлек була, тимерсене Кустар-хәҙрәт тип йөрөтәләр.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Тау атамаһы «кустарь» һүҙенән килеп сыҡҡан тигән фараз йәшәй.

Әһәмиәте

үҙгәртергә

Фольклор материалдарынан мәғлүм булыуынса, тауҙың Лағыр ҡаршыһындағы ососнда әүлиә ерләнгән[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә