Күҙәнәктең органик булмаған матдәләре.Минераль тоҙҙар.
Күҙәнәктең органик булмаған матдәләре. Күҙәнәктең органик булмаған матдәләренә һыуҙан тыш, шулай уҡ, тоҙҙар ҙа инә. Тереклек эшмәкәрлеге процестары өсөн тоҙҙар составына ингән катиондарҙан К+, Na+, Са2+, Мg2+ һәм аниондарҙан: CO32- — карбонат, НCO3- — гидрокарбонат, НSO4- — гидросульфат, Cl- — хлорид, НРO42- —гидрофосфат, H2РO4- — дигидрофосфат иң мөһимдәр булып һанала.
Минераль тоҙҙарҙың әһәмиәте
үҙгәртергәКүҙәнәктә һәм ул йәшәгән мөхиттә катиондар һәм аниондар концентрацияһы, ғәҙәттә, ныҡ айырыла. Мәҫәлән, күҙәнәк эсендә һәр ваҡыт калий иондарының ярайһы уҡ юғары концентрацияһы һәм натрий иондарының бәләкәй концентрацияһы һаҡлана.
Күҙәнәкте уратып алған тирә-яҡ мөхиттә, киреһенсә,— ҡан плазмаһында, диңгеҙ һыуында — калий иондары аҙ, ә натрий иондары күп.
Күҙәнәк тере саҡта, күҙәнәк эсендәге һәм тышындағы иондарҙың был нисбәте ныҡ һаҡлана. Күҙәнәк үлгәндән һуң, күҙәнәк эсендәге һәм тышындағы иондар һаны тиҙ тигеҙләшә.
Күҙәнәк эсендәге иондар күҙәнәктең нормаль эшләп тороуы, шулай уҡ күҙәнәк эсендәге реакцияларҙың өҙлөкһөҙ барыуы өсөн мөһим әһәмиәткә эйә.
Тереклек эшмәкәрлеге процесында өҙлөкһөҙ кислота һәм һелте барлыҡҡа килеп тороуына ҡарамаҫтан, нормаль осраҡта күҙәнәк реакцияһы саҡ ҡына һелтеле, нейтраль тип әйтерлек. Был күҙәнәк составында булған көсһөҙ кислоталар аниондары (CO32-,НРO42-) һәм водород иондарын тотоп тороусы һәм биреүсе көсһөҙ кислоталар (Н2СО3) тарафынан тәьмин ителә, һөҙөмтәлә күҙәнәк эсендәге мөхит реакцияһы үҙгәрмәй тиерлек.
Күҙәнәктә органик булмаған матдәләр эрегән хәлдә генә түгел, ҡаты хәлдә лә һаҡлана. Мәҫәлән, һөйәк туҡымаларының ҡатылығы һәм ныҡлығы кальций фосфаты тарафынан, ә моллюскыларҙың ҡабырсағы ныҡлығы — кальций карбонаты менән тәьмин ителә.
Минераль матдәләр, тоҙҙар һәм иондар күҙәнәк тереклегендә алыштырғыһыҙ әһәмиәткә эйәләр.
Минераль матдәләрҙең, тоҙҙарҙың һәм иондарҙың төп үҙсәнлектәре
үҙгәртергә- Тоҙҙар аниондарға һәм катиондарға диссоциицияланып, күҙкнәктең осмотик баҫымын һәм кислота-һелте тигеҙләнешен көйләйҙәр.
- Органик булмаған иондар ферменттарҙың әүҙемлеген көйләй торған кофакторҙар булып торалар.
- Органик булмаған фосфат күҙәнәк тереклеге өсөн энергия запаслаусы аденозинтрифосфатты (АТФ) синтезлау өсөн кәрәк матдәләрҙең береһе.
- Кальций иондары ҡанда һәм күҙәнәктә бик күп функциялар үтәйҙәр. Һөйәктәрҙә улар фосфат һәм и карбонат иондары менән бәйләнеш төҙөп кристаллик структура барлыҡҡа килтерәләр.
- Ҡайһы бер минераль компоненттар күҙәнәктә ион булмаған хәләттә була. Мәҫәлән, углерод менән бәйле тимер гемоглобинда, ферритинда, цитохромда һәм башҡа ферментар составында бар. Был матдәләр күҙәнәккә тереклек эшмәкәрлеген көйләү, әүҙемлеген тейешле кимәлдә тотоу өсөн хеҙмәт итәләр
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- А. О. Рувинский. «Общая биология. Для углубленного изучения биологии». Издательство «Просвещение».
- Ю. Н. Лемеза. «Биология. Вопросы повышеной трудности». Издательство «Айрис», 1998 г.
- Н. Д. Андреева. «Биология». Издательство «Союз» 2002 г.
- А. В. Кленова. «Биология для поступающих в ВУЗы». Издательство «Учитель», 1997 г