Күперле карст күпере

Күперле карст күпере — тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Мәләүез районы Күперле йылғаһы (Нөгөш йылғаһы ҡушылдығы) тәрән тар үҙәнлегендә, Башҡортостан милли паркы территорияһында урынлашҡан. Күпер 2 тороҡло (оҙонлоғо 35 м, киңлеге 4 м, бейеклеге 20 м). Карст мәиерйәһе түбәһе емерелеүҙән барлыҡҡа килгән, корбон эзбизташтарынан тора. Йылға бейеклеге 2, 8, 12 м булған 3 шарлауыҡлы каскад барлыҡҡа килтерә. тирә-яҡтағы ландшафы тау һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандан тора. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: себер зигаденусы, торҡа сәскә.

Күперле карст күпере
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Күперле карст күпере // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.