Күмәс — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.

Күмәс
Характеристики
Оҙонлоғо14 км
Киңлеге2 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге708 м
Урынлашыуы
54°00′35″ с. ш. 56°55′33″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Күмәс

Учалы районы буйлап Илсеғол ауылы киңлегенән алып Ҡорама ауылының киңлегенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 14 км, киңлеге 2 км, абсолют бейеклеге 708 м. 5 түбәһе асыҡ күренә. Көньяҡ өлөшөнөң көнсығыш битләүендә бер нисә ҡалҡыу урын бар. Аҫҡы һәм урта девон ҡатламдарынан тора.

Ландшафы һоро тау‑урман тупрағындағы һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы ҡайын урманы үҫкән таулы урман‑далаларҙан һәм төрлө үлән, ҡыяҡлылар үҫкән далаларҙан ғибәрәт.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Күмәс (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.