Кёнигин Мария (Люденшайд)
Кёнигин Мария сиркәүе (нем.Maria Königin) —Люденшайд ҡалаһында католик сиркәүе, 1957 йылда төҙөлгән һәм 120—160 килеүсегә иҫәпләнгән. Graf-von-Galen-Straße адресы буйынса урынлашҡан, 2006 йылға тиклем мәхәллә булып тора.
Кёнигин Мария | |
нем. Maria Königin | |
Дәүләт | Германия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Германиялағы ҡала, район үҙәге |
Бағышланған | Царица Небесная[d] |
Архитектура стиле | архитектурный модернизм[d] |
Рәсми сайт | maria-koenigin.org |
Изге ҡурсалаусы | Царица Небесная[d] |
Кёнигин Мария Викимилектә |
Тарихы һәм тасуирламаһы
үҙгәртергәЛюденшайдтағы Кёнигин Мария сиркәүе 1957 йылдың 7 декабрендә Эссен епархияһының беренсе епсикобы Франц Хенгсбах тарафынан мәхәллә булараҡ изгеләндерелә: бөгөн ул Эссен епаръияһына ҡарай, 1958 йылдың 1 ғинуарына тиклем Падерборн архиепархияһына ҡараған була. Был сиркәү ҡала үҙәгендә икенсе боронғо католик сиркәү булып тора: уға 2005 йылға тиклем дүрт сиркәү филиалы ҡарай, уларҙың өсәүһе урындағы католик общинаһының реформаһы ваҡытында ябыла; Изге Хедвиг сиркәүе генә һаҡланып ҡала. 2006 йылдан Кёнигин Мария мәхәллә статусын юғалта, сөнки уның мәхәлләһе ҡаланың башҡа католик мәхәлләләре менән берләштерелә (ҡара. Изге Иосиф һәм Медард сиркәүе)[1].
Аҡ штукатурланған ғибәҙәт бинаһы шулай уҡ 1957 йылда Изге Мария часовняһы менән тулыландырылған бер нефлы сиркәү булараҡ төҙөлә. Сиркәүгә килгән кешеләрҙең иҫәбе буйынса залы 120-160 кешегә иҫәпләнә. Байрам көндәрендә — Раштыуа байрамы, Пасха һәм башҡа көндәрҙә — 300-400 кешене урынлаштырыу өсөн ғибәҙәтханала даими өҫтәмә эскәмйәләр ҡуйыла. Ғибәҙәтхана витраждары Герберт Бинхауз эскиздары буйынса төҙөлә. Арҡыры киҫелешендә квадрат булған сиркәү манараһының бейеклеге яҡынса 50 метр, әммә уның ҡыңғырауҙары юҡ — сөнки архитектор, ҡыңғырау ауырлығын иҫәпкә алып, уларҙың зыңы ваҡытындағы ауырлығын иҫәпкә алмаған. Ғибәҙәтхананың дүрт ҡатлы йәмәғәт үҙәге 2010 йылдан алып 2011 йылға тиклем йүнәтелә һәм яңынан үҙгәртеп ҡорола, сиркәү янында ике йәштән алып 65 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы эшләй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Кёнигин Мария в Изерлоне
- Церковь Святых Иосифа и Медарда
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Gemeinde Maria Königin feiert den 60. Jahrestag der Kirchweihe (нем.). Meinerzhagener Zeitung (9 декабрь 2017). Дата обращения: 5 февраль 2019.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Pfarrgemeinderat «Königin Maria» (Hrsg.): Die Glocke. 25 Maria Jahre-Königin.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Vorzeige - Haus für Maria Königin (нем.). Der Westen. Дата обращения: 2 ноябрь 2018. 2019 йыл 4 май архивланған.