Кыласов Алексей Валерьевич
Кыласов Алексей Валерьевич (9 май 1968 йыл) — ғалим-культуролог, культурология фәндәре кандидаты, йәмәғәт эшмәкәре, этноспорт теорияһы авторы, халыҡ-ара һәм Рәсәйҙең спорт функционеры[1].
Кыласов Алексей Валерьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 9 май 1968 (56 йәш) |
Тыуған урыны | Краснокамск[d], Пермь өлкәһе, РСФСР, СССР |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле һәм инглизсә |
Һөнәр төрө | антрополог, спортивный функционер |
Уҡыу йорто | Пермь дәүләт педагогия университеты |
Рәсми сайт | kylasov.ru |
Кыласов Алексей Валерьевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәАлексей Валерьевич Кыласов 1968 йылдың 9 майында Пермь өлкәһенең Краснокамск ҡалаһында тыуа.
1998—2008 йылдар — Пермь дәүләт педагогия университетының тарих факультетында уҡый, магистр.
2009—2011 йылдар — Славян мәҙәниәте дәүләт академияһының культурология кафедраһы соискателе, хәҙерге спорт һәм традицион уйындар институттары араһындағы бәйләнеште өйрәнә; «Глобалләшеү дәүерендә социомәҙәни феномен булараҡ спорт» темаһына диссертация яҡлай (етәксеһе — Расторгуев Валерий Николаевич).
2010—2011 йылдар — Бөтә Рәсәй физик культура ғилми-тикшеренеү институтының (ВНИИФК) спорт антропологияһы лабораторияһында ғилми хеҙмәткәр; Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының Спорт индустрияһы юғары мәктәбенең өлкән уҡытыусыһы.
2011—2014 йылдар — Саха Республикаһының (Яҡутстан) Чурапчин дәүләт Спорт һәм физик культура институты проректоры.
2012 йыл — Мәскәү дәүләт физик культура академияһының философия һәм социология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.
2013 йыл — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Тармаҡ менеджменты институтында спорт һәм туристик индустрия менеджменты кафедраһы доценты; Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының Спорт индустрияһы менеджменты һәм маркетингы кафедраһы доценты[1].
Наградалары
үҙгәртергә- 2006 йыл — Мәскәү Хөкүмәтенең Физик культура һәм спорт комитетының рәхмәте.
- 2007 йыл — Халыҡ-ара «Спорт для всех» (TAFISA) ассоциацияһының "Пионер движения «Спорт для всех» исеме.
- 2008 йыл — 2008 йылда Пекинда үткән Беренсе Бөтә донъя интеллектуаль уйындарҙың Алтын миҙалы (шахмат буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһы капитаны).
- 2010 йыл — Литва Республикаһының Шяуляй өлкәһе алдындағы ҡаҙаныштары өсөн Почёт ордены.
- 2010 йыл — Саха Республикаһында физик культура һәм спортты үҫтереүгә индергән өлөшө, Рәсәй һәм донъя кимәлендә Саха Республикаһының традицион уйындар һәм спорт төрҙәрен популярлаштырған өсөн Саха (Яҡут) Республикаһы Вице-президентының Рәхмәт хаты; Саха (Яҡут) Республикаһының Физик культура һәм спорт комитетының «Физик култураны һәм спортты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» Почёт Билдәһе.
- 2011 йыл — Саха (Яҡут) Республикаһы «Гражданлыҡ ҡаһарманлығы» отличие билдәһе.
- 2013 йыл — «Бурятияның спорт отличнигы» күкрәккә таға торған билдәһеҪ «Бүрәт Республикаһына 90 йыл» юбилей миҙалы; Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығының Маҡтау ҡағыҙы; Мәскәү ҡалаһында физик культураны һәм спортты үҫтереүҙәге өлөшө өсөн Москомспорттың Маҡтау ҡағыҙы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Кыласов А. В. Теория этноспорта: монография [Текст] / А. Кыласов. — М.: Советский спорт, 2012. — 112 с. ISBN 978-5-9718-0162-7
- Кыласов А. В. Religio athletae, или Культурно-религиозная сущность олимпизма // Вестник спортивной науки, 2009, № 5. — С. 55-58.
- Кыласов А. В. Идея олимпизма в контексте глобализации // Вестник спортивной науки, 2009, № 6. — С. 64-66.
Монография: Кыласов А. В. Окольцованный спорт. Истоки и смысл современного олимпизма. — М.: АИРО XXI, 2010. — 328 С.
- Кыласов А. В., Гавров С. Н. Этнокультурное многообразие — новая парадигма в развитии спорта // V Международный конгресс «Человек, спорт, здоровье» 21-23 апреля 2011 года, Санкт-Петербург, Россия: Материалы конгресса / под ред. В. А. Таймазова. — СПб: Олимп-СПб, 2011. — С. 161—163.
- Kylasov, A., Gavrov, S. Ethnocultural diversity of sport // Encyclopedia of Life Support Systems (EOLSS). Sport Science. — UNESCO/EOLSS, Magister-press, 2011. — P. 462—491..
- Кыласов А. В., Гарсес Д. С. Интеллектуальные игры // Энциклопедия систем жизнеобеспечения (EOLSS). Наука о спорте. — ЮНЕСКО/EOLSS, Магистр-пресс, 2011. — С. 727—743.
- Кыласов А. В. Методология и терминология этноспорта // Вестник спортивной науки, 2011, № 5. — С. 41-43 2019 йыл 11 июль архивланған. .
- Кыласов А. В., Расторгуев В. Н. Этноспорт в событийном туризме // Международный журнал исследований культуры, № 1 (26), 2017. С. 170—182.
- Кыласов А. В. Этноспорт. Конец эпохи вырождения. — М.: Издательский дом «Территория будущего», 2013. — 144 с. 2018 йыл 5 ноябрь архивланған. ISBN 5-91129-038-3.
- Кыласов А. В. Дигитализация спорта // Теория и практика физической культуры, № 7 (24), 2014. — С. 8 2018 йыл 5 март архивланған..
- Кыласов А. В. Традиционные игры и этноспорт: общая классификация // Теория и практика физической культуры, № 8 (25), 2014. — С. 43 2018 йыл 27 август архивланған..
- Кыласов А. В., Петрова Т. Н. Философское осмысление спорта // Вестник Чувашского государственного педагогического университета им. И. Я. Яковлева, 2013, № 1 (77) — 1. — С. 124—128.
- Кыласов А. В. Идентичность ярмарок и традиционных игр, или Emporium Ludorum // Вестник Чувашского государственного педагогического университета им. И. Я. Яковлева, 2013, № 1 (77) — 1. — С. 119—123.
- Кыласов А. В., Тедорадзе А. С. Проблемы сохранения и развития традиционной борьбы нюл-тахли / А. В. Кыласов, А. С. Тедорадзе // Вестник угроведения. — 2014. — № 4(19). — С. 156—174 2019 йыл 15 июль архивланған..
- Кыласов А. В., Нестеров П. В. Олимпизм и культурная преемственность игр: пересмотр ключевого момента в истории спорта // Вестник славянских культур, 2016, № 2 (40). С. 107—122.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 http://kylasov.ru/about/ Алексей Кыласов