КутекромаПсков Кромының төньяҡ башняһы. Ул Бөйөк һәм Пскова йылғалары араһындағы морон өлөшөндә ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты.

Кутекрома
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Псков
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Бейеклеге/буйы 30 метр
Карта
 Кутекрома Викимилектә

Башняның атамаһы боронғо кут (мөйөш) һәм кром (кремле) һүҙҙәренән сыҡҡан. Шулай итеп, Кутекрома — «мөйөштә урынлашҡан кремль» тигәнде аңлата.

Башняның дөрөҫ исеме — Мөйөш башня (Кутний костёр, кут — мөйөш, костёр — башня).

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Кутекорма биш яруслы манаранан торған, өс күпере (яугирҙәр һәм ҡорал алып барыу өсөн түшәмә) һәм 23 бойницаһы булған, ағас сатыр һәм ҡарауыл вышкаһы менән осланған. Манараның бейеклеге 30 м, ә уның диаметры уртаса — 10,5 метр тәшкил итә. Стенаның өҫтө буйлап киң киртләстәр менән хәрби майҙансыҡ бара, киртләстәр араһында бойницалар урынлашҡан. Әммә башняның тәғәйенләнеше башлыса күҙәтеү булған. Кремль яғынан күҙәтеү майҙансығына эләгеү өсөн Кутекрома стенаһында уйым яһалған.

1399—1400 йылдарҙа Псков халҡы морон осонда «усаҡ» — башня («в углу Крома», Кром-Кремль мөйөшөндә) төҙөй.

1615 йылда ҡаланы швед короле Густав II Адольф ғәскәрҙәре ҡамаған ваҡытта башня ныҡ зыян күрә.

1701 йылда Псковтың Төньяҡ һуғышҡа әҙерлек барышында башня яртылаш емерелгән була, өҫкө өлөшөн Петр бастионын төҙөлөшөнә һүтеп алалар, ә аҫҡы өлөшөн тупраҡ менән күмәләр һәм Ҡыҙыл батарея тип аталған бастион составына индерәләр.

XIX быуат башында емерек тиерлек манара урынында беседка булған, унда, риүәйәттәр буйынса, Псковҡа килгәнендә А. С. Пушкин булырға яратҡан. Ул «Пушкин беседкаһы» тип атала ла.

1960 йылдарҙа Псков археологтары Кутекорманың түбәнге ярустарын тупраҡ өйөмөнән таҙарта һәм өҫкө ярустарын өлөшләтә тергеҙә.

1961 йылға башняны реставрациялау тамамлана.

  • Виноградов В. Ф. Псков в годы Северной войны (1700—1721) — Псков. 1972. Изд. 2-е. Пыталово. 1989.
  • И. Б. Голубева Из истории строительства Псковской крепости//Псков — город воинской славы — Псков. 2010.
  • Псков. Путеводитель — Псков. 2004.

Һылтанмалар

үҙгәртергә