Кумженск мемориалы

1983

Иҫтәлекле урын
Кумженск мемориалы
«Штурм» монументы
«Штурм» монументы
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов
Проект авторы архитектор Р. Мурадян, скульпторҙары Б. Лапко, Е. Лапко
Төҙөлгән ваҡыты 1983 йыл
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6110089000объект № 6110089000

Кумженск мемориалы («Кумженск урманы» мемориал комплексы) — Дондағы Ростовтың Тимер юлы районындағы мемориаль комплекс[1]. Ҡаланың көнбайышында, Кумженск урманында, Дон һәм Үле Донец стрелкаһында урынлашҡан[2].Ҡоролған 1983 йылда[3] иҫтәлегенә һәләк бойца Ҡыҙыл армияның 1941 һәм 1943 йылдарҙа Дондағы Ростовты азат иткәндә һәләк булған яугирҙары хөрмәтенә ҡуйыла[4]. Комплекс составына бер нисә мемориал һәм туғандар ҡәберлеге инә[5][6]. Кумженск мемориалы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[7].

Һүрәтләнеше

үҙгәртергә

Һәйкәлдәр аллея буйлап урынлашҡан. Кумженск мемориалы составына биш пилон, дүрт Дан стелаһы, «Штурм» монументы һәм Ростов өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнашҡан хәрби частарҙың имесдәре соҡоп яҙылған иҫтәлекле плиталар инә. Пилондар һоро төҫтәге мәрмәр менән йөҙләнгән. Кумженск мемориалының төп объекты булып «Штурм» монументы тора. Гранит постаментта һөжүмгә барыусы һалдаттар төркөмө һынлана. Улар өҫтөнән 18-метрлы метал уҡ күккә оса. Ул совет ғәскәрҙәренең төп һөжүме йүнәлешен күрһәтә. Монумент эргәһендә һәләк булған яугирҙарҙың туғандар ҡәберлеге урынлашҡан. Грант плитала уларҙың исемдәре яҙылған.

Скульптура төркөмендә ҡаланы азат итеүселәрҙең аныҡ йөҙө һүрәтләнә: ҡулына пистолет тотҡан ҡатын-ҡыҙ — Александра Нозадзе, сығышы менән Абхазиянан, 56-сы апрмияның 343-сө уҡсылар дивизияһы 1151-се уҡсылар полкының рота ролитругы; уның эргәһендә рота командиры, милләте буйынса карел, лейтенант Владимир Миловидов. Ул һәләк булғас, уны Александра алмаштыра. Һәм пулемёт ротаһы командиры, кесе лейтенант Алексей Филиппов[8].

</gallery>

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ульяна Алфеева. Восстановят ли разоренный Кумженский мемориал? dom.161.ru (26 июнь 2012). Дата обращения: 3 октябрь 2013. 2013 йыл 4 октябрь архивланған.
  2. Мемориальный комплекс «Кумжинская роща». Ростов-на-Дону - Официальный портал городской Думы и Администрации города. Дата обращения: 3 октябрь 2013.
  3. Ольга Обухова Навечно останется светлая память в сердцах у людей о солдате войны... // Парламентский Вестник Дона. — 2013. — № 5 (42).
  4. Наталья Крюкова И снова бой. С чиновниками // «Правда». — 2004. — № 52.
  5. Ольга Смысленко Нужен ли Ростову музей воинской славы? // Ростов Официальный. — 2012. — № 38 (929).
  6. Юрий Селезнев. Кумженский мемориал для павших героев войны. Национальные приоритеты (23 август 2009). Дата обращения: 3 октябрь 2013.
  7. Железнодорожный район. Ростов-на-Дону - Официальный портал городской Думы и Администрации города. Дата обращения: 3 октябрь 2013.
  8. Вера Волошинова. Национальность – солдат Великой Отечественной. Живой Ростов (6 май 2010). — К 65-летию Победы: неизвестное об известном. Дата обращения: 26 июль 2015. 2017 йыл 12 декабрь архивланған.