Кульпин йорто — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһы Петр урамындағы ике ҡатлы йорт. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. Приказ 124-се. 31.12.02.

Иҫтәлекле урын
Кульпин йорто
Ил Россия
Урыны Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы ,Петр урамы, 30.
Төҙөлгән ваҡыты ХIХ быуаттың 3 -се сиреге
Статус Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты.

Адресы: Таганрог ҡалаһы , Петр ур., 30.

Таганрог ҡалаһының Некрасов тыҡрығы менән Петр урамы киҫелешендәге 30 -сы һанлы йорт яҡынса 1870 йылда төҙөлгән. Бина төҙөлөп бөткәс тә унда унтер-офицер Павел Буянововский ғаиләһе менән йәшәгән. ХIХ быуаттың 80-се йылдарынан алып 1918 йылға тиклем йортта уның туғаны Антон йәшәй.

Йорттоң беренсе хужаһы — төрөк гражданы Иван Контемиров. 70-cе йылдар аҙағында ул йортто Таганрог сауҙагәре Дмитрий Федорович Кульпинға һата. Дмитрий Федорович дини кеше була, сиркәүгә йөрөй, Николаев балалар приютының йорт сиркәүендә староста булып эшләй. Йортто ул ваҡ-төйәк менән һатыу иткәндә эшләп йыйған аҡсаһына һатып алған.

XX быуат башында йорт уның вариҫтарына күскән. 1925 йылда йорт хужаһы Борис Федорович Кульпин ваҡытында йорт милли объектҡа үҙгәртелгән.

Архитектураһы

үҙгәртергә

Йорттоң дүрт мөйөшлө тәҙрәләре ҡыҙыл кирбестән эшләнгән өс мөйөшлө кәрниздәр һәм сандриктар менән биҙәлгән. Йорттоң мөйөшөндә шпилле башня урынлаштырылған.

Совет власы йылдарында бина милли объектҡа үҙгәртелгән. Хәҙерге ваҡытта был торлаҡ йорт, ул төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты.

Әҙәбиәте

үҙгәртергә

Гаврюшкин О. П. Вдоль по Питерской (хроника обывательской жизни). Таганрог, 2000.

Һылтанмалар

үҙгәртергә