Куликов Сергей Иванович (ғалим)
Куликов Сергей Иванович (1 июль 1912 йыл — 19 сентябрь 2006 йыл) ― ғалим, педагог. Техник фәндәр кандидаты (1943), профессор (1977). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1962).
Куликов Сергей Иванович (ғалим) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 1 июль 1912 |
Тыуған урыны | Ярославль губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 19 сентябрь 2006 (94 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] һәм профессор[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСергей Иванович Куликов 1912 йылдың 1 июлендә Ярославль губернаһының Большое Плесо ауылында тыуған. 1937 йылда Рыбинск авиация институтын тамамлай, инженер-механик-технолог. 1938—1993 йылдарҙа Рыбинск авиация институтында — Өфө авиация институтында — Өфө дәүләт авиация техник университетында эшләй: уҡыу бүлеге мөдире, ассистент, Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһы аспиранты, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор, профессор-консультант. 1941—1965 йылдарҙа металл ҡырҡыу станоктары һәм автоматлаштырыу саралары кафедраһы мөдире. 1978—1988 йылдарҙа һығылмалы автоматлаштырылған комплекстар ҡорамалдары һәм технологияһы кафедраһы мөдире. 1942—1946 йылдарҙа моторҙар эшләү факультеты деканы. 1960—1963 йылдарҙа механика-технология факультеты деканы. 1963—1968 йылдарҙа уҡыу эштәре буйынса проректор.
1970—1985 йылдарҙа үҙе етәкләгән Башҡорт АССР-ы машина төҙөүселәрҙең фәнни-техник йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе.
2006 йылдың 18 сентябрендә Өфөлә вафат була[1]
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни ҡыҙыҡһыныуҙары осоусы аппараттарҙың двигателдәре һәм агрегаттары элементтарының айырыуса теүәл тишектәрен иң прогрессив алмаслы хонингылау технологияһының теоретик нигеҙҙәрен эшләү менән бәйле. Эшкәртеү процесы механизмы, юғары теүәллекте һәм етештереүсәнлекте тәьмин итеү законлылыҡтары тураһында яңы фәнни һөҙөмтәләр алына. Ватан хонингылау станоктарының яңы ассортименты һәм технологик йыһазландырыуҙы проектлау ысулдары эшләнә һәм ҡулланыуға индерелә. Эшләнмәләре Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында һәм Башҡортостан Республикаһыныңң башҡа предприятиеларында ҡулланыуға индерелгән. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәттәр, шул иҫәптән 6 монография һәм 10 уйлап табыу авторы. Башҡорт АССР-ы машина төҙөүселәрҙең фәнни-техник йәмғиәте рәйесе (1970—1985). Башҡортостан Республикаһы Инженер академияһының мөхбир ағзаһы (1997)[2][1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[1]
үҙгәртергә— Ике «Почет Билдәһе» ордены (1945, 1954)
— Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1962)
— дүрт миҙал менән бүләкләнгән.
Хеҙмәттәре[3]
үҙгәртергә- Хонингование. М., 1973 (авторҙашлыҡта);
- Металлорежущие станки и станочные системы. Свердловск, 1988 (авторҙаш).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Куликов С. И. 2022 йыл 27 апрель архивланған.
- Свободная энциклопедия Урала(недоступная ссылка)
- Куликов Сергей Иванович (ғалим) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Куликов С. И. 2022 йыл 27 апрель архивланған.
- ↑ Свободная энциклопедия Урала(недоступная ссылка)
- ↑ Куликов Сергей Иванович (ғалим) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.