Кузнецк (Силәбе өлкәһе)

Кузнецк — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы ауыл. Кузнецк ауыл биләмәһе составына инә.

Кузнецк
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Кузнецк ауыл биләмәһе[1]
Административ-территориаль берәмек Кузнецк ауыл биләмәһе[1]
Почта индексы 456891
Карта

Оло һәм Кесе Иртәк күлдәре буйҙарында урынлашҡан. Район үҙәге Арғаяш ауылына тиклем 18 км тәшкил итә.

Тарихы үҙгәртергә

Боронғо башҡорт ерҙәренә 1761—1765 йылдарҙа крепостной крәҫтиәндәр Һарытау губернаһы Тютнярь ауылынан (хәҙерге Пенза өлкәһе Кузнецк районы) күсерелә[2].

1945—1948 йылдарҙа әлеге әлеге ауыл Кузнецк районының (хәҙер Ҡыштым районы) үҙәге булып тора.

Урындағы мәктәптә уҡытыусы булып Социалистик Хеҙмәте Геройы Леднев Василий Матвеевич (1923—2016) эшләй[3].

Шулай уҡ ауылда Советтар Союзы Геройы Иван Тихонович Глухов (1912—1983) тыуған.

Халҡы үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2010[5]
12571204

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы2010 йылда ауылда барыһы 1204 кеше йәшәгән (539 ир-ат һәм 665 ҡатын-ҡыҙ). 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда урыҫтар (88%) һәм башҡорттар (10%) йәшәгән.

Урамдары үҙгәртергә

Ауылда 13 урам һәм 6 тыҡрыҡ бар[6].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә