КуганаволокКарелия Республикаһы Пудожский районы Куганаволок ауылы биләмәһенең административ үҙәге

Куганаволок
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй[1]
Административ үҙәге Куганаволокское сельское поселение[d][2]
Административ-территориаль берәмек Куганаволокское сельское поселение[d][2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 118 метр
Почта индексы 186154
Урындағы телефон коды 814-52

Дөйөм мәғлүмәттәрҮҙгәртергә

Ауыл Водлозеро күленең көньяҡ өлөшөндә моронда урынлашҡан.

Куганаволокта Водлозеро милли паркының визит-үҙәге урынлашҡан. Халҡы балыҡсылыҡ һәм туристик кәсептәр менән шөғөлләнә (ташыу, ҡуныу)[3]. Ҡасабала йылына ике тапҡыр «Пудож шамбыһы» балыҡ фестивале үткәрелә[4].

Ауылда 2006 йылда төҙөлгән чудотворец Диодор Юрьегорский храмы һәм Петрозаводск һәм РПЦ Карел епархияһы Водлозеро Ильин мәхәлләһенең Петропавловск сиркәүе бар[5].

ТарихыҮҙгәртергә

Ауыл атамаһы Балтик буйы-фин «куга» (судак) тигән исемгә барып тоташа, шул рәүешле исемен нисек «Суҙаҡ мороно» тип тә аңлатырға була. Куганаволок ауылы ере 1563 йылда Обонежская пятинасһының яҙма китабында беренсе тапҡыр телгә алына торған боронғо «Водлозеро погосына» ҡарай. Тап шунда 1803 йылға тиклем тирә- юндәрҙең административ үҙәге урынлаша. XVII быуатта Пречистенский погосынан уның төньяҡ өлөшө айырылып сыға һәм Ильинский исемен ала. Куганаволок ауылы үҙе 1563 йылда яҙма китапта беренсе тапҡыр телгә алына, унда бер ихата һәм бер ихата хужаһы - Дениско Патрикеев телгә алына. Артабан ауыл халҡы арта, әммә Буталсыҡ ваҡытта к «немец» баҫҡынсылары арҡаһында кәмей, һуңынан XVII быуаттар буйына әкренләп тергеҙелә. 1803 йылда Куганаволокҡа Пудожский өйәҙенең Водлозеро улусы идаралығы күсерелә, был ауыл үҫешенә булышлыҡ итә, беренсе ҡаҙна биналары барлыҡҡа килә, 1905 йылда — земство мәктәбе. 1927 йылда Оло Куганаволок ауылы Пудожский районы Куганаволок ауыл советының административ үҙәге статусын ала. Ҡасаба халҡы 1960 йылдарҙа күпкә арта башлай[6].

Әле XX быуат уртаһында уҡ ҡасаба менән берҙән-бер бәйләнеш ысулы-вертолеттар була, 1970 йылдар башында ғына автомобиль юлы һалына. Ошо уҡ ваҡытта ҡасаба беренсе тапҡыр электрлаштырыла. Куганаволокта совет осоронда предприятиеларҙан «Ленин хәтере» исеме аҫтында колхоз була, малсылыҡ һәм йылҡысылыҡ үҫешә. Йыл һайын 400-450 тонна балыҡ (ҡорман, һыла) тотола, ул балык консерваһы заводында эшкәртелә. Әлеге ваҡытта "эффектив менеджерҙар" арҡаһында, завод һәм һөт фермаһы эшмәкәрлеген туҡтата[3]. Хәҙер Куганаволокта 1991 йылда ойошторолған Водлозеро милли паркының визит-үҙәге урынлаша[7].

1873 йылда Куганаволокта 16 ихата һәм 112 кеше тәшкил итә, 1905 йылға ҡарата уның һаны (113 кеше) -ҙгәрмәй тиерлек, әммә ихаталары һаны арта — 22. Шул уҡ ваҡытта 12 ауыл кешеһе крәҫтиән булмай (улус писары, урмансыһы, уҡытыусы ғаиләләр)[8]. перспектив булмағаан ауылдар иҫәбенә халыҡ һаны 1960 йылда 1970 йылға тиклем ҡырҡа арта һәм 750 кешегә етә, әммә әлеге ваҡытта халыҡ һаны 337 кеше тәшкил итә (2013 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса)[3].

Куганаволокта ихаталар һаны[3][8]
Йыл 1563 1583 1618 1678 1725 1873 1905
Ихата һаны (хужалыҡ) 1 2 4 6 3 16 22

Топографик картаһыҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Хохлов С. Быль Кугнаволока. // Карелия, № 96(1227) за 31 августа 2004 года
  4. В поселке Куганаволок прошёл III фестиваль рыбной ловли «Пудожские налимы — 2008» // Петрозаводск, 9 июля 2008 года.
  5. Православие на земле Водлозерья // Карелия, № 24 (1597) за 8 марта 2007 года
  6. Карсаков В. Путеводитель по Русскому северу
  7. Поселения Водлозерского Пречистинского погоста Архивная копия от 2 декабрь 2013 на Wayback Machine // Сайт Водлозерского национального парка.
  8. 8,0 8,1 Поселения Водлозерского Пречистинского погоста Архивная копия на Wayback Machine // Сайт Водлозерского национального парка.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә