Куб йорттар (нидер. Kubuswoning) —1984 йылда архитектор Пит Блом проекты буйынчса Роттердам һәм Хелмондта төҙөлгән ҡайһы бер йорттар. Роттердамда шундай 38 йорт һәм тағы 2 субер-куб бар.

Кубик йорттар
Нигеҙләү датаһы 1984[1]
Рәсем
Дәүләт  Нидерланд[1][2]
Архитектор Пит Блом[d][1]
Карта
 Кубик йорттар Викимилектә

Блом йорттоң кубын ғәҙәттәгесә ҡырына түгел, ә түбәһенә ҡуя, һәм был түбәлә ул алты ҡырлы пилонға таяна.

Бейеклектән комплекс мөмкин булмаған өсмөйөштө хәтерләткән хикмәтле ҡиәфәткә эйә.

Ҡайһы бер йәшәүселәре үҙҙәренең үҙенсәлекле торлаҡтары буйынса экскурсиялар тәҡдим итә.

Йорттар өс ҡаттан тора:

  • Цоколь ҡаты — инеү урыны.
  • Беренсе ҡатында аш-һыу менән ҡунаҡ бүлмәһе.
  • Икенсе ҡатта йыуыныу бүлмәһе менән йоҡо бүлмәләре.
  • Өҫкө ҡатта ҡайһы саҡта ҙур булмаған баҡса булдыралар

Стеналары һәм тәҙрәләре иҙәнгә ҡарата 54,7 градус ауыш. Фатирҙың дөйөм майҙаны 100 квадрат метр самаһы тәшкил итә, ләкин арауыҡтың яҡынса дүрттән бер өлөшө ауыш стеналары арҡаһында ҡулланыу өсөн яраҡлы түгел.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Art cube.