Крыжовник (хикәйә)
«Крыжовник» — Антон Павлович Чеховтың 1898 йылда «Русская мысль» журналында баҫылған хикәйәһе. «Футлярҙағы кеше», «Крыжовник», «Мөхәббәт тураһында» хикәйәләрен үҙ эсенә индергән «Бәләкәй трилогия»ға[1] инә. Хикәйә бөтөн тормошон матди идеяға — крыжовник ҡыуаҡтары үҫкән усадьба хужаһы булыу теләгенә буйһондорған кеше хаҡында.
Крыжовник | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
урыҫ телендә |
Ижат ителгән ваҡыты |
1898 |
Тәүге тапғып нәшер ителгән |
1898 |
Яҙылыу тарихы
үҙгәртергә«Крыжовник» хикәйәһе тәүге тапҡыр «Русская мысль» журналының август һанында 1898 йылда баҫыла. Чеховтың «Футлярҙағы кеше» хикәйәһе менән башланған һәм һуңғараҡ «бәләкәй трилогия»ны дауам иткән «Крыжовник», «Мөхәббәт тураһында» хикәйәләре 1898 йылдың июлендә Мелиховта баҫыла.
Билдәле юрист Анатолий Кони тип һөйләне Лев Николаевич Толстойға алтын ҡаймалы парад мундиры тектерер маҡсатында аҡса йыйған петербург чиновнигының тарихын һөйләй. Костюм тектереп ала алыуын, ләкин яҡын арала бер ниндәй бал да, ҡабул итеү ҙә көтөлмәй. Мундирҙы элеп ҡуялар, ә көҙ баҡһаң, нафталиндан алтын тонған булып сыға. Ярты йыл үткәс, чиновник вафат була, һәм мундирҙы уның мәйетенә генә кейҙерәләр. «Крыжовник» хикәйәһен яҙыу буйынса тәүге ниәт петербург чиновнигы тарихын иҫкә төшөрә, уны Чехов Кониҙың үҙенән йә Толстой һөйләгәненән белгән булһа кәрәк. Тик хикәйәнең төп геройы мундир хаҡында түгел, ә крыжовник ҡыуаҡтары үҫкән поместье тураһында хыяллана.
Чеховтың яҙмаларында «Крыжовник»тың тәүге ҡараламаһы түбәндәгесә булған:
Исеме: Крыжовник Х департаментта хеҙмәт итә, саманан тыш ҡомһоҙ, аҡса йыя. Хыялы: өйләнә, имение һатып алыр, ҡояшта йоҡлар... 25, 40, 45 йыл үтә. Ул инде өйләнеүҙән баш тарта, һаман имение хаҡында хыяллана. Ахырҙа 60 етә. Күпте вәғәҙә иткән йөҙ, дисәтинә, сауҡалыҡтар, йылғалар, быуалар, тирмәндәр тураһында ымһындырғыс иғландар уҡый. Отставка. Комиссионер ярҙамында быуа буйындағы кескәй генә именье һатып ала. Үҙенең баҡсаһын урап сыға һәм нимәлер етмәгәнен тоя. Крыжовник етмәй тигән фекерҙә туҡтап ҡала, питомникка кеше лә ебәрә. Ике-өс йылдан ир ашҡаҙан рагы менән сирләп китә һәм үлем яҡынлағанда, уға тәрилкәгә һалынған крыжовник тәҡдим итәләр. Уның иҫе китмәй...[2]
«Крыжовник»ты ҡайһы бер тәнҡитселәр юғары баһалай, Немирович-Данченко унда бик яҡшы фекерҙәр бар тип иҫәпләй[3]. Чеховҡа яҙған хатында: «Баш томалағансы эшләүгә һәм нервылы тын ҡыҫылыуға ҡарамаҫтан, мин уҡып өлгөрәм. Әле хәҙер «Мөхәббәт тураһында» хикәйәһендә туҡталдым. «Крыжовник» яҡшы. Яҡшы, сөнки дөйөм тонында һәм фонында ғына түгел, шулай уҡ телендә лә һиңә хас колорит, тағы ла бик яҡшы фекерҙәр булғанға», - тип билдәләй.
Наталия Душина автор былай тип яҙа: «мин «Крыжовник»ты уҡығас, ҡурҡыу тойғоһо кисерҙем һәм яңғыҙ, ярлы, ҡаты күңелле кеше сикһеҙ йәл булып китте. "Мөхәббәт"те лә, ҡарап тороуға сит кеүек күренһәләр ҙә, күңелдәре менән бер-береһенә бик яҡын кешеләр менән бергә кисерҙем мин. Йәшәргә кәрәк булыуы ҡурҡыныс ине, һәм тормош үҙ яйы менән китеп бара, хатта айырылышыуҙы ла үткәреп ебәреп, артабан йәшәргә кәрәк ине. Шул уҡ шөғөлдәр, шул уҡ ваҡ-төйәк китте, ә яратҡан кеше юҡлыҡты аңлауҙан күңел тула, күрәһең, йәшәргә ярамаһа ла йәшәлә».
Н. Н. Гусев һөргөндән Л. Н. Толстойға «Крыжовник» хикәйәһенән өҙөк ебәрә: «Бәхет юҡ һәм булырға тейеш тә түгел, әгәр тормошта мәғәнә һәм маҡсат булһа, был мәғәнә һәм маҡсат беҙҙең бәхеттә түгел, ә ниндәйҙер бер ныҡ аҡыллыла һәм бөйөктәлер». Толстой Гусевҡа яҙған хатында: «Һеҙҙең Чеховтың әҫәренән һалған өҙөгөгөҙ ҡалай һәйбәт! Ул „Круг чтения“ баҫмаһына бик ярай».
Чехов тере саҡта хикәйә болгар, немец һәм серб-хорват телдәренә тәржемә ителә.
Персонаждар
үҙгәртергә- Иван Иванович Чимша-Гималайский — әҫәрҙең төп геройы, хикәйәсе
- Николай Иванович Чимша-Гималайский — Иван Ивановичтың ҡустыһы. Николай ҡаҙна палатаһында эшләй.
- Алехин Павел Константинович Алёхин — Иван Иванович күрешеп йөрөгән ярлы алпауыт
- Буркин — Иван Ивановичтың дуҫы һәм ултырҙашы.
Сюжеты
үҙгәртергәИван Иваныч һәм Буркин Мироносицкое ауылы янындағы ялан буйлап китеп баралар һәм усадьбаһы Софьино ауылына яҡын йәшәүсе иптәштәре алпауыт Павел Константиныч Алёхинға инергә булалар. Алёхин, «ҡырҡ йәштәр тирәһендәге ир-егет, оҙон буйлы, тулы кәүҙәле, оҙон сәсле, алпауытҡа ҡарағанда күберәген профессорға йә рәссамға оҡшаған», ҡунаҡтарҙы елгәргес шаулап торған иген келәте амбар ишеге төбөндә ҡаршы ала. Уның кейеме бысраҡ, йөҙө саңланып ҡарайған. Ул ҡунаҡтарға бик шат һәм һыу инеү урынына купальня инергә тәҡдим итә. Йыуынып, кейемен алмаштырып алғас, Иван Иваныч, Буркин һәм Алёхин йортҡа инә, һәм, ҡайнатма менән сынаяҡ сәйе эскәндә, Иван Иваныч ағаһы Николай Иванычтың тарихын һөйләй.
Туғандар бала сағын иректә, офицер дәрәжәһенә өлгәшкән һәм балаларына тоҡомдан килгән дворянлыҡ ҡалдырған атаһы имениеһында үткәрә. Атаһы үлгәндән һуң, бурыстар өсөн уларҙың имениеһын суд аша тартып алалар. Николай ун туғыҙ йәшенән ҡаҙна палатаһында ултырған һәм үҙенә бәләкәй булһа ла усадьба һатып алыу тураһында хыялланған һәм бүтән бер ни хаҡында уйлай ҙа алмаған. Ул һәр ваҡыт мотлаҡ крыжовник үҫергә тейешле үҙенең буласаҡ усадьбаһын күҙ алдына килтерә. Николай аҡса йыя, туйғансы ашамай ҙа, йәмһеҙ, үҙе яратмаған, ләкин бай тол ҡатынға өйләнә.Ул ҡатынын ярым ас тота, ә уның аҡсаһын банкыға үҙ исеменә һала. Ҡатыны, бындай тормошто күтәрә алмайынса, вафат була. Николай үҙенә имение һатып ала, егерме ҡыуаҡ крыжовник яҙҙырып ала, уларҙы ултырта ла алпауыт булып йәшәп китә. Иван Иваныч ағаһының хәлен белешеп килә, һәм ағаһының түбәнселеккә төшкәненә, бите шешмәкләп, ҡартайыуына иҫе китә. Ул ысын баринға әйләнгән, күп ашай, күрше заводтар менән судлаша. Николай ҡустыһын крыжовник менән һыйлай һәм яҙмышынан ҡәнәғәт булғандай күренә.
Был бәхетле кешене күргәндә, Иван Иванычтың күңелен «өмөтһөҙлөккә яҡын хистәр биләй». Усадьбала уҙғарған төн дауамында ул, донъяла күпме ғазаплана, аҡылдан яҙа, эсә, күпме бала астан үлә тип уйлай. Һәм күпме кеше «бәхетле» йәшәй һәм «көндөҙ ашай, төнөн йоҡлай, буш һүҙ һөйләй, өйләнә, ҡартая, шәфҡәтлелек менән мәйеттәрҙе зыяратҡа тарта». Уға һәр бәхетле кешенең ишеге артында «ҡулына сүкеш тотоп кемдер тора» һәм, шарт итеп һуғып, был донъяла бәхетһеҙҙәр ҙә барлығын, иртәме-һуңмы уға бәлә-ҡаза килерен иҫенә төшөрә, һәм «ул бөгөнгө көндә бер кемде лә күрмәгән һәм ишетмәгән кеүек уны ла берәү ҙә күрмәйәсәк һәм ишетмәйәсәк» тигән уй килә. Иван Иваныч, хикәйәләүен тамамлағас, бәхет юҡ, ти, ә әгәр тормоштоң мәғәнәһе булһа, ул бәхеттә түгел, ә «яҡшылыҡ эшләүҙә», ти.
Буркин да, Алёхин да Иван Иванычтың хикәйәһе менән ҡәнәғәт түгел. Уларға үҙенең имениеһында крыжовник ашап ултырған чиновник тураһында тыңлау күңелһеҙ. Бының урынына улар күркәм кешеләр тураһында йәки ҡатын-ҡыҙ тураһында ихлас һөйләшер ине — йорттағы бөтә йыһаз һәм тегеләй-былай йөрөп тороусы горничный ҡыҙ Пелагея бының тураһында иҫкә төшөрә. Алёхин Иван Иванычтың һүҙҙәре нигеҙлеме икәнен аңлап етмәй. Ярма тураһында ла, бесән тураһында ла һүҙ бармай, ә уның тормошона тура мөнәсәбәте булмаған нимә хаҡында бара. Әммә ул шат һәм ҡунаҡтар әңгәмәне дауам итеүен теләй. Әммә ваҡыт һуң, хужа һәм ҡунаҡтар йоҡларға ята[4][5].
Экранлаштырылыуы
үҙгәртергә«Крыжовник» хикәйәһе мотивтары буйынса 1967 йылда шул уҡ атамалы телевизион фильм төшөрөлә. Режиссёрҙары: Леонид Пчёлкин, Всеволод Платов, Лидия Ишембаева. Ролдәрҙә: Иван Иванович – А. Борисов; Николай Иванович – Н. Гриценко; Павел Константинович – Ю. Яковлев; Буркин – В. Платов.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В. И. Кулешов. МАЛЕНЬКАЯ ТРИЛОГИЯ ("Человек в футляре", "Крыжовник" и "О любви" А. П. Чехова) . Дата обращения: 27 июнь 2012. Архивировано 25 сентябрь 2012 года.
- ↑ Примечания. Полное собрание сочинений и писем в тридцати томах
- ↑ Чехов. Рассказы. Примечания.
- ↑ Все шедевры мировой литературы в кратком изложении. Сюжеты и характеры. Русская литература XIX века / Ред. и сост. В. И. Новиков. — М. : Олимп : ACT, 1996. — 832 с.
- ↑ Краткое содержание рассказа Чехова «Крыжовник»