Крбава яланында ҡаты алыш

Крбава яланында ҡаты алыш (Битва на Крбавском поле) — Хорватия короллеге (Венгрия короллеге менән берләшмәлә тора) һәм Ғосман империяһы ғәскәрҙәре араһында 1493 йылдың 9 сентябрендә булған һуғыш.

Крбава яланында ҡаты алыш
Төп конфликт: Ғосман-венгер һуғыштары
Акынджи һуғышта
Дата

1493 йылдың 9 сентябре

Урыны

Крбав яланы, көнсығыш Лика

Нәтижә

Ғосман империяһының хәл иткес еңеүе

Ҡаршы тороусылар

Ғосман империяһы Ғосман империяһы

Хорватия короллеге
( Венгрия менән берләшмәлә)

Командирҙар

Хадим Якуп-паша

Мирко Деренчин
Иван Франкопан Цетински

Ҡаршы тороусы көстәр

8000

10 000

Юғалтыуҙар

аҙ, аныҡ һан билдәһеҙ

8000

 Крбава яланында ҡаты алыш Викимилектә

Ҡаты алыш хорват ғәскәренең тулыһынса ҡыйралышы менән тамамланған һәм төрөктәрҙең, Сисаҡ янындағы ҡаты алышынан һуң ғына тамамланасаҡ (1593), хорват ерҙәрен баҫып алыу осорон башлаған. Был ике алыш араһындағы йөҙ йыл эсендә тарихи хорват ерҙәренең күп өлөшөн Ғосман империяһы баҫып алған.

Хорват армияһында 10 мең самаһы кеше иҫәпләнгән, шуларҙың 8 меңе — пехотала, ә ҡалғаны ауыр кавалерияла хеҙмәт иткән. Армия менән Хорватия баны Мирко Деренчин командалыҡ иткән. Босния санджағы бей Хәдим Яҡуп-паша етәкселегендәге 8 меңгә яҡын кешенән торған төрөк көстәре тулыһынса тиерлек еңел кавалериянан (акынджи) торған.

Элгәрге тарихы

үҙгәртергә

Ғосман империяһы 1463 йылда Босния короллеген ҡыйратҡандан һуң, төрөктәр Хорватия короллегенә һөжүм яһай башлаған. XII быуат башынан Хорватия, берләштерелгән дәүләт сиктәрендә һиҙелерлек автономия һаҡлап, Венгрия короллеге менән шәхси уния аша бәйләнгән. Ил башында король наместнигы функцияһына эйә булған бан торған. Венгрия короллегенең тәрән эске проблемалары булған һәм ул Хорватияны ҡурсаларлыҡ етерлек көскә лә, сараға ла эйә булмаған. 1477 йылда король хорват парламентына (сабор) хорват ғәскәренә командующий һайлау хоҡуғын һәм урындағы власть өсөн яуаплылыҡтың күп өлөшөн рөхсәт иткән. Был осорҙа сиктәрҙе башлыса нығытылған ҡәлғәләрҙә урынлашҡан хорват юғары ҡатламы отрядтары ғына ҡурсалаған. Уларҙың төрөк еңел атлыларының (акынджи) йыш ҡына хорват территорияһының төпкөлөнә баҫып инеүҙәренә ҡамасауларға көсө етмәгән. 1478 йылда ғосмандар, бөтөн Хорватияны талап һәм утҡа тотоп, хатта Крайналағы Габсбургтар ерҙәренә саҡлы һөжүм иткән.

Ҡаты алыш

үҙгәртергә
 
Ҡаты алыш планы һәм ғәскәрҙәрҙең урынлашыуы
 
Удбинанан Крбава яланы күренеше
 
1493 йылдың 27 сентябрендә Мартинице руханийының глаголик ҡулъяҙмаһында урын алған ҡаты алыш тураһындағы иң боронғо таныҡлыҡтарҙың береһе

1493 йылда Босния бейе Хәдим Яҡуп-паша еңел кавалерия ғәскәре башында Хорват Тау артына һәм империя Каринтияһына эре экспедицияға йүнәлә. Был ваҡытҡа саҡлы төрөктәр менән ҙур бәрелештәрҙән ситләшкән хорваттар һуғышырға тәүәккәлләй һәм, төрөктәрҙең кире ҡайтҡан сағын көтөп, уларға һөжүм итеү маҡсатында үҙ көстәрен бан Мирко Деренчин кетәкселегендә туплай .

Ҡаты алыш 9 сентябрҙә көнсығыш Ликала Крбава яланында, хәҙерге Удбина ҡасабаһы, янында башланған. Хорваттарҙың тәүге һөжүменән һуң төрөктәр, дошманды тигеҙ һәм һаҡланылмаған урынға сығарырға тырышып, сигенгән. Манёвр тулыһынса тормошҡа ашҡан, тигеҙ урында еңел төрөк кавалерияһының төп көсө пехотанан торған ауыр ҡуҙғалған хорват армияһынан күп өҫтөнлөккә эйә булған. Хорваттар ҡамауға эләккән һәм тулыһынса ҡыйратылған. Бөтөн ғәскәр тиерлек юҡ ителгән, тере ҡалған аҙ һанлы һуғышсылар әсирлеккә алынған. Бер көн эсендә Крбава яланында, банды ла индереп, хорват дворянлығының иң-иңдәре һәләк булған.

Короллектең һуғышҡа иң һәләтле көстәренең ҡыйратылыуы һәм ҡырылыуы Хорватияны дөйөм оло ҡайғыға һалған. Рухани Мартинец: «Хәсрәт иҫ китмәле, хәтәр … мөртәт (нечестивый) татарҙар, һәм готтар, Аттила заманынан бирле былай булғаны юҡ ине»[1] тип яҙған. Төрөк һөжүменән ҡурҡҡан күп һанлы ҡасаҡтар Хорватияның эске төбәктәренән илдең төньяҡ өлөшөнә һәм Далмацияға ҡасҡан. Ошо мәлдән башлап төрөктәр үҙәк Хорватияны бөлгөнлөккә төшөргән һәм, уны өлөштәргә бүлгеләп, аҡрынлап үҙҙәренең Балҡандағы биләмәләренә ҡушҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Фрейдзон, В. И. История Хорватии. Краткий очерк с древнейших времён до образования республики. — Санкт-Петербург: Алетейя, 2001. — С. 44. — 318 с. — ISBN 5-89329-384-3.

Һылтанмалар һәм сығанаҡтар

үҙгәртергә