Красовский Гурий Николаевич

Красовский Гурий Николаевич (16 август 1929 йыл31 март 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәй токсикологы, РМФА мөхбир ағзаһы (1994), Рәсәй ФА мөхбир ағзаһы (2014).

Гурий Николаевич Красовский
Тыуған көнө

16 август 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Вафат көнө

31 март 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (89 йәш)

Вафат урыны
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

токсикология

Эшләгән урыны

Научно-исследовательский институт экологии человека и гигиены окружающей среды имени А. Н. Сысина

Альма-матер

1-й Московский медицинский институт

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы (1973)

Ғилми исеме

Ҡалып:УЗ+
член-корреспондент РАМН (1994)
РФА мөхбир ағзалары (2014)

Награда һәм премиялары
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Ҡалып:Медаль «В память 850-летия Москвы»
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»


Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998) ВДНХ алтын миҙалы ВДНХ алтын миҙалы Серебряная медаль ВДНХ

Биографияһы

үҙгәртергә

1929 йылдың 16 авгусында тыуған.

1954 йылда 1-се Мәскәү медицина институтын «медик-санитар эше» һөнәре буйынса тамамлай. Аспирантураны тамамлағандан һуң, шунда уҡ өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында, ә аҙаҡ — токсикология бүлегенең мөдире булып эшләй. Артабан Фәнни-тикшеренеү үҙәгенең коммуналь гигиена кафедраһы лабораторияһы ҡарамағындағы токсикология бүлеге мөдире була.

А. Н. Сысин исемендәге кеше экологияһы һәм тирә-яҡ мөхит гигиенаһы ғилми-тикшеренеү институтында эшләй.

  • һыу-санитарияһы токсикология лабораторияһының етәксеһе (1972-1989);
  • фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары (1989-1996);
  • һыу бысраныу токсикологияһы лаборатория етәксеһе (1996-2003);
  • төп ғилми хеҙмәткәр(2003-2019).

1959 йылда — «Роль кальция в развитии эндемического флюороза (экспериментальные данные)» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1973 йылда — «Моделирование интоксикаций и обоснование условий экстраполяции экспериментальных данных с животных на человека при решении задач гигиенического нормирования» темаһына докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай..

1979 йылда — профессор дәрәжәһе бирелә.

1994 йылда — РМФА-ның мөхбир-ағзаһы итеп һайлана.

2014 йылда — Рәсәй ФА-ның мөхбир-ағзаһы.

2019 йылдың 31 мартында Мәскәү өлкәһенеңНиколо-Архангельск зыяратында ерләнгән[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Санитар токсикология өлкәһе белгесе, ул шулай уҡ һыуҙы химик быратыу ҡурҡынысын баһалау һәм гигиена нормалау методологияһы өлкәһе белгесе.

Ул һыуҙағы ағыулы матдәләрһе баһалау методын һәм принциптарын эшләү буйынса тикшеренеүҙәр алып бара, интоксикация һәм ағыу күрһәткестәренең кеше һәм хайуандар организмына йоғонтоһон экстраполяциялауҙы моделләштереү, киҫкен һәм хроник ағыуланыуҙың критерийҙарын билдәләү методтарын унификациялай, органолептик үҙенсәлектәрҙең кумулятилығын (йыйылыуын) тикшерә һәм халыҡты һыу менән тәьмин итеүҙә ҡулланылған материалдар һәм технологияларҙың хәүефен асыҡлауҙы системалаштыра.

500-ҙән ашыу фәнни эш авторы, шул иҫәптән 16 китап һәм монография яҙған.

Уның етәкселегендә 23 медицина фәндәре докторы һәм 35 кандидаты әҙерләнгән .

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • «В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулы айҡанлы» юбилей миҙалы
  • «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
  • Миҙал «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • СССР ВДНХ-ның ике көмөш һәм бер алтын миҙалы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Красовский Г.Н. moscow-tombs.ru. Дата обращения: декабрь 2019.

Һылтанмалар

үҙгәртергә