Красноярск дәүләт педагогия университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

В. П. Астафьев исемендәге Красноярск дәүләт педагогия университеты — Красноярск ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто[3], Себерҙең күптәнге эре уҡыу йорттарының береһе. 1932 йылда педагогия институты булараҡ нигеҙ һалынған.[4] Университет статусын 1993 йылда ала.[4] Бөгөнгө көндә Себер федераль университеты һәм М. Ф. Решетнёв исемендәге Себер фән һәм технологиялар дәүләт университеты менән бер рәттән Красноярск ҡалаһының иң ҙур юғары уҡыу йорттарының береһе булып тора.

Красноярск дәүләт педагогия университеты
Нигеҙләү датаһы 1932
Рәсем
Рәсми атамаһы Красноярский государственный педагогический университет имени В. П. Астафьева
Кем хөрмәтенә аталған Виктор Петрович Астафьев[d]
Ректор Ковалевский, Валерий Анатольевич[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Красноярск
Баш компания (ойошма, предприятие) Министерство просвещения Российской Федерации[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены
Рәсми сайт kspu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Красноярского педагогического университета[d]
Карта
 Красноярск дәүләт педагогия университеты Викимилектә

2020 йылдың 31 июленән тарих фәндәре кандидаты Холина Мария Валерьевна университет ректоры вазифаһын ваҡытлыса башҡара.

КДПУ тарихы һәм белем биреү эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
Файл:Памятника фронтовикам- студентам КГПУ имени В. П. Астафьева.jpg
В. П. Астафьев исемендәге КДПУ фронтовик-студенттары хөрмәтенә һәйкәл
Файл:Фотография списка фронтовиков-студентов КГПУ имени В. П. Астафьева.jpg
В. П. Астафьев исемендәге КДПУ-ның фронтовик-студенттары исемлеге

КГПУ ойошторола 1932 йылда ҡарар РСФСР Халыҡ комиссарҙары советының 289-сы ҡарары менән дүрт бүлектән торған Красноярск дәүләт педагогия институтына нигеҙ һалына, унда 118 студент, шулай уҡ эшселәр факультетына 50 тыңлаусы алына.[4] Институтының элекке ҡыҙҙар гимназияһы бинаһында урынлаша.[4] Уның тарихи элгәре тип 1920—1924 йылдарҙа эшләгән һәм һуңынан Иркутск халыҡ мәғарифы институтына ҡушылған Красноярск халыҡ мәғариф институты һанала.[4]

1935 йылда булды КДПИ-да ситтән тороп уҡыу бүлеге асыла.[4] Шулай уҡ КДПИ структураһында Уҡытыусылар институты булдырыла.[4]

1982 йылда Красноярск дәүләт педагогия институты «Почёт Билдәһе» ордены [4]менән бүләкләнә.

1994 йылдың декабрендә РФ Юғары белем буйынса Дәүләт комитеты һәм Мәғариф министрлығы ҡарары менән институт Красноярск дәүләт педагогия институты университеты итеп үҙгәртелә.[4]

1999 йылдан яҙыусы Виктор Петрович Астафьев — КДПУ-ның почётлы профессоры.

2004 йылдың 28 ғинуарынан Красноярск дәүләт педагогия университеты яҙыусының исемен йөрөтә.

2005 йылда университет Рәсәйҙең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто иҫәбенә инде һәм миҙалдарға лайыҡ булып, «Белемдең европа сифаты» миҙалына лайыҡ булды.

КДПУ ғалимдары археология, зоология, тарих, рус теле, педагогика, социология, физика, химия һәм фәлсәфә фәндәре буйынса ҙур уңыштарға өлгәште. [4] Бынан тыш, КДПУ-ын тамамлаусыларҙың ҡайһы береһе исемдәре донъяла танылған һәм донъя фәне үҫешенә ҙур өлөш индергән ғалимдар: Л. В. Киренский — магнит күренештәр физикаһы өлкәһендә, И. А. Терсков — физика-математика өлкәһе, В. Н. Рогова — гуманитар тикшеренеүҙәрен үҫтереү, Л. М. Черепнин — Красноярск крайының флораһын өйрәнеү, В. Ф. Голосов һәм А. М. Гендин — фәлсәфәүи фәндәр, Б. Ф. Цомакион, А. А. Иванов һәм В. Ф. Ивлев —физика, Н. А. Цомакион — рус теле, Н. И. Дроздов — археология, М. И. Сергеев — социология, Л. М. Горностаев — химия, Б. В. Яковлев — математика, П. Н. Павлов һәм Б. М. Шейнфельд — тарих фәненә.[4]

Әлеге ваҡытта ла В. П. Астафьев исмендәге КДПУ Себер Федераль округы, юғары уҡыу йортона тиклемге, юғары уҡыу йорто, юғары уҡыу йортонан һуң, өҫтәмә белем биреү хеҙмәттәре программаһын тормошҡа ашырыусы алдынғы педагогик вуздарҙың береһе булып тора. Коллегия ултырышы 2009 йылдың 5 февралендә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтенең (Рособрнадзор) Аккредитация коллегияһы ултырышында Красноярск дәүләт педагогия университеты дәүләт аккредитацияһы статусын раҫлауы тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Юғары уҡыу йорто белем биреү учреждениелары, фән, мәҙәниәт, иҡтисад һ. б. өсөн 55 меңдән ашыу белгес әҙерләне. Бында төрлө йылдарҙа эшләгән уҡытыусылар, шулай уҡ уны тамамлаусылар араһында күренекле ғалим, педагог, яҙыусы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар күп. 500-ҙән ашыу уҡытыусылар һәм вузды тамамлаусылар «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», «Халыҡ мәғарифы алдынғыһы», «Рәсәйҙең юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре» кеүек хөрмәтле исемдәргә лайыҡ булған. Уларҙың ҡайһы берҙәре хөкүмәт наградалары, Дәүләт премиялары менән бүләкләнгән.

Йыл һайын университет Красноярск крайы хеҙмәт баҙары ихтыяжына яуап бирерлек кәрәкле 1500 самаһы белгес әҙерләй. Крайҙың социаль йүнәлештәге учреждениеларында университет тамамлаусылар һаны 40%-тан ашыу тәшкил итә. Край мәғариф системаһында университет тамамлаусылар дөйөм уҡытыусылар һанынан 80 % тәшкил итә. Уҡыу йортоноң күп кенә элекке студенттары край Хакимиәтендә, Закондар сығарыу йыйылышында яуаплы вазифа атҡара, район Хакимиәте башлыҡтары, ҡала һәм район мәғариф идаралығы органында етәксе булып эшләй.

2002 йылдан башлап Красноярск дәүләт педагогия университеты коллектив менән эшләгән Концепцияһы һәм Программаһы нигеҙендә уҡытыусыларҙың һөнәри-педагогик әҙерлеген яңыртыу буйынса маҡсатлы һәм сифатлы эшкә йүнәлтелгән. Был Концепция һәм Программа традицион нығынған формаларҙы заманса белгестәр әҙерләү төшөнсәләренә тап килгән яңы технологиялар менән алмаштырыуҙы талап итә.

Яңы быуын уҡытыусыларын әҙерләү, яңы белем биреү практикаһы булдырыу өсөн, буласаҡ педагогтар фундаменталь классик фән нигеҙҙәре, хәҙерге заман методологик, философик, тарихи-мәҙәни, белемдең психологик тибы буйынса «Красноярск гуманитар-педагогия университеты» фәнни-белем биреү университет комплексы моделе эшләнгән. Комплекстың төп бурысы — яңы педагогика булдырыу нигеҙендә кешенең дөйөм һәм һөнәри үҫеше — антропопедагогиканың гуманитар белеме һәм технологиялары уҡыусыларҙың өҙлөкһөҙ белемгә, компетентлыҡҡа, субъектлыҡ арттырыуға ынтылышын һәм индивидуаль белем алыу траекторияһын буйынса ғүмер буйы уҡыуын тәьмин итә. Әлеге ваҡытта был комплексты төҙөү буйынса ойоштороу эштәре алып барыла.

2005 йылдан вуз бакалавриат программалары буйынса күп кимәлле әҙерлек башланы. Әлеге ваҡытта белем биреү поцесы 7 бакалавриат йүнәлеше буйынса тормошҡа ашырыла. Магистратураның 4 йүнәлеше буйынса белем биреү эшмәкәрлегенә хоҡуҡ биреүсе лицензия алған. Университетта юғары квалификациялы уҡытыусылар әҙерләүсе система булдырылған. Фән кандидаттары вуз аспирантураһында 26 һөнәр буйынса әҙерләнә, унда 400 кеше уҡый. 6 һөнәр буйынса докторантура асылған. Университеттың ғилми эшмәкәрлеге, ҡайһы берҙәре инновацион характерҙағы, 14 төп йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, педагогик белем сифаты: методология, теория һәм практика; Себерҙә йәшәүсе яңы быуындың гражданданлыҡ характеры формалашыуы проблемалары; балалар һәм өлкәндәр йәмғиәтте үҙ итһен өсөн, уларҙы социаль-педагогик «оҙатыу» (сопровождение) һәм интеграция теорияһы һәм практикаһы; асыҡ белем биреүҙең йөкмәткеһе, саралары, технологиялары һ. б.

Вузда Рәсәйҙә һәм бар донъяла танылыу алған ғилми мәктәптәр формалашты һәм әүҙем үҫә. Улар араһында:

  • «Теория и методика воспитания: традиции и новации» фәнни мәктәбе, етәксеһе Рәсәй мәғариф академияһы ағза-корреспонденты, п. ф. д. профессор Шилова М. И.;
  • «Археология и палеоэкология Средней Сибири» фәнни мәктәбе, етәксеһе РФ фәне атҡаҙанған эшмәкәре, т. ф. д., профессор Дроздов Н. И.;
  • «Синтез и исследование хинонов и их аналогов» фәнни мәктәбе, етәксеһе х. ф. д., профессор Гоностаев Л. М.;
  • «Биопедагогика физического воспитания и спорта», етәкселәре п. ф. д., профессор Завьялов А. И. һәм Рәсәй мәғариф академияһы ағза-корреспонденты, п. ф. д., профессор Миндиашвили Д. Г.;
  • «Социокультурные аспекты развития образования и духовной жизни общества» фәнни мәктәбе, етәксеһе Рәсәй мәғариф академияһы ағза-корреспонденты , ф. ф. д., профессор Гендин А. М. һ. б.

Директорҙары һәм ректорҙары

үҙгәртергә

Тамамлаусылар

үҙгәртергә

Факультеттары, институттары, департаменттары

үҙгәртергә
 
Тарих факультеты бинаһында

Хәҙерге ваҡытта университетында структура подразделениелары инә:

  • Тарих факультеты
  • Сит ил телдәре факультеты
  • Биология, география һәм химия факультеты
  • Филология факультеты
  • Башланғыс кластар факультеты
  • И. С. Ярыгин исемендәге физик культура, спорт һәм һаулыҡ институты
  • Математика, физика һәм информатика институты
  • Психология-педагогика белеме институты
  • Өҫтәмә белем биреү һәм квалификация күтәреү институты
  • Социаль-гуманитар технологиялар институты
  • Спорт яңғыҙаҡ көрәш (единоборств) департаменты

Комплекслы социологик тикшеренеүҙәр үҙәге

үҙгәртергә

В. П. Астафьев исемендәге Красноярск дәүләт педагогия университеты Хәбәрсеһе

үҙгәртергә
Файл:Титульный лист № 2 (32) за 2015 год Вестника КГПУ имени В. П. Астафьева.jpg
В. П. Астафьев исемендәге КДПУ Хәбәрсеһенең (Вестник) титул бите № 2 (32), 2015 йыл

2006 йылдан йылына дүрт тапҡыр (20 март; 20 июнь; 20 октябрь; 20 декабрь), фәнни журнал сығара университеты «В. П. Астафьев исемендәге Красноярск дәүләт педагогия университеты Хәбәрсеһе» («Вестник КГПУ имени В. П. Астафьева») фәнни журналы баҫыла. Тиражы 1000 дана. Баҫманың халыҡ-ара теркәү ISSN 1995-0861, шулай уҡ киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлығы (ПИ № ФС77-29950 2007 йылдың 19 октябренән). 2010 йылдың 5 мартынан эсенә журнал Рәсәй Мәғариф министрлығының ВАК фәнни журналдар исемлегенә индерелгән.

Наградалары

үҙгәртергә
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1982)[4]
  • «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто»
  • «Рәсәйҙең иң яҡшы юғары уҡыу йорто» (ике тапҡыр)
  • «Европа сифаты» алтын миҙалы

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Филиал Красноярского государственного педагогического университета в Железногорске

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. Терра, 2006
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 Иванов, Чистяков, 1998
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 Иванов, Чистяков, 1998, с. 312

Һылтанмалар

үҙгәртергә