Косоворотов Александр Иванович

Косоворотов Александр Иванович (1868, Дон Ғәскәре Ере Түбәнге Чирская станицаһы — 1912, Лесной ҡасабаһы, хәҙерге Ленинград өлкәһе) — рус прозаигы, публицисы, драматургы.

Александр Иванович Косоворотов
Тыуған көнө:

1868({{padleft:1868|4|0}})

Тыуған урыны:

Дон Ғәскәре Ере Түбәнге Чирская станицаһы

Вафат булған көнө:

1912({{padleft:1912|4|0}})

Вафат булған урыны:

Ленинград өлкәһенең Лесной ҡасабаһы

Гражданлығы:

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

прозаик

Ижад йылдары:

1895-1912

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус телендә

Биографияһы

үҙгәртергә

Косоворотов Александр Иванович Дон Ғәскәре Ере Түбәнге Чирский станицаһында табип ғаиләһендә тыуған. Әсәһе үлгәндән һуң атаһы менән Новочеркасскиҙа йәшәй, ул унда гимназия тамамлай. Бала саҡтан уның музыка һәм һынлы сәнғәткә һәләте булған, малай романстар ижад итә, портреттар төшөрә.

1893 йылда Косоворотов университетының тарих-филология факультетын тамамлағас, Петербургта Лейб-гвардия казак полкында хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән һуң, Дәүләт органдарында эшләй, әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.

Күпмелер ваҡыт «Яңы ваҡыт» гәзитендә хеҙмәттәшлек итә. Унда ул театр һәм тәнҡит мәҡәләләрен баҫтыра. 1901 йылдан Александр Иванович «Новое время» гәзитенең париж хәбәрсеһе булараҡ, Францияла йәшәй, әммә, туберкулез ауырыуы тыуҙырған депрессия менән яфаланғанлыҡтан, гәзит редакцияһы менән килешеп тә тормай, ҡаланы ташлап китә. Италия, Корсика буйлап сәйәхәт итә, фәҡирлектә көн итә һәм мөхәррир, нәшриәтсе һәм драматург А. Сувориндан аҡсалата ярҙам һорай.

1902 йылда Косоворотов Рәсәйгә ҡайта. «Русь» гәзитен ойоштороу менән шөғөлләнә, рус-япон һуғышы тураһында мәҡәләләр яҙа, «Театр», «Театрҙарға күҙәтеү», «Бөтә донъя әҙәбиәт хәбәрсеһе» баҫмаларында хеҙмәттәшлек итә.

1912 йылда Санкт-Петербург эргәһендәге Лесной ҡасабаһында вафат була (үҙ-үҙенә ҡул һала). Волков зыяратында ерләнгән.

Косоворотовтың тәүге хикәйәләре 1895 йылда «Яҡтылыҡ» гәзитендә баҫыла. Шунда уҡ уның үҙенең «Вавилон мәхшәре. Бер гимназия тарихы» автобиографик повесы баҫылған. Был повесы айырым китап булып Санкт-Петербургта 1900 йылда баҫылып сыға. Уның «Онотолған ел ҡапҡа» хикәйәһен яҙыусы А. В. Амфитеатров Косоротовтың иң яҡшы әҫәре "…дөрөҫлөк буйынса бик шәп, һәм зирәклек нескәлеге менән бала күңеленең асылыуы тип атаны.

1920-се йылдар урталарына саҡлы Рәсәй театрҙарында барған «Яҙғы ташҡын», «Кенәз ҡыҙы Зоренька», «Мөхәббәт хыялы» пьесалары уға билдәлелек килтерә. Петербург һәм Мәскәү сәхнәләрендә ҡуйылған «Корфин мөғжизәһе» трагедияһын ул үҙ әҫәрҙәренең иң яҡшыһы тип иҫәпләгән.

  • Астапенко М. П., Астапенко Г. Д., Астапенко Е. М. Казачья доля — Дон, степь да воля. Ростов н/Д, 2014., 320 с.: ил. ISBN 978-5-87259-806-0

Һылтанмалар

үҙгәртергә