Космонавт П.И. Беляев һәйкәле

Лётчик-космонавт П. И. Беляев һәйкәле — Советтар Союзы геройы лётчик-космонавт Беляев Павел Иванович бюсы, скульптура һәйкәле. Вологда ҡалаһында Октябрь скверында Октябрь һәм Мальцев урамдары киҫелешкән урында урынлашҡан. Һәйкәл 1979 йылда скульптор Г. М. Постников проекты буйынса төҙөлгән. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып иҫәпләнә.

Космонавт П.И. Беляев һәйкәле
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Вологда
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]

ТарихыҮҙгәртергә

СССР лётчик-космонавы Павел Иванович Беляевты тыуған ерендә бик ихтирам иткәндәр һәм Вологда ҡалаһының почетлы гражданы исеме биргәндәр. П. И. Беляев бер ҡайтҡанында дуҫы А. А. Леонов менән килә, һәм улар икәүләп Вологданың Октябрь урамындағы скверҙа йәш имәндәр ултырталар. Космонавҡа бағышланған һәйкәл, бюст Рәсәйҙең Вологда өлкәһе Вологда ҡалаһында Йәш тамашасы театры ҡаршыһындағы төҙөкләндерелгән ана шул Октябрь скверында ҡуйылған да инде.

Космонавт Беляев Вологда өлкәһе Челищево ауылында тыуған. 1943 йылдан Совет Армияһы сафына хеҙмәт итергә алына, артабан Ейск авиация училищеһында уҡый. Хәрби-һауа академияһындә уҡыуын тамамлап, космонавттар отрядына күсерелә. 1965 йылдың мартында ул космосҡа осош яһай, «Восход-2» корабле командиры вазифаһын үтәй. Ошо осош ваҡытында космонавт Алексей Леонов кешелек тарихында беренсе тапҡыр асыҡ Йыһанға сыға.[1] П. И. Беляев 1970 йылда вафат.

1979 йылдың 17 авгусында Вологдала Советтар Союзы Геройы һәм ҡаланың почётлы гражданы лётчик-космонавт П. И. Беляевҡа арнап, тантаналы рәүештә һәйкәл асыла.[2].

Һәйкәлде ҡаплаған момументаль япманы лётчик-космонавттың ҡатыны Татьяна Филипповна һәм уның ҡыҙҙары Ирина һәм Людмила төшөрөп алалар.

Ҡала хәкимиәте баштараҡ һәйкәлде Кремлгә яҡын Вологда йылғаһы яры буйында ҡуйырға ниәтләнгән, әммә һуңыраҡ ошо урынды билдәләгәндәр.[3]

ТасуирламаһыҮҙгәртергә

Ватандың атаҡлы улының бюсы торған аҫҡуймала «Беляев Павел Иванович, лётчик-космонавт, Советтар Союзы Геройы» тип яҙылған. Скульптура өлкә үҙәгенең иҫтәлекле урындарының береһе булып тора һәм үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү йәһәтенән патриотик объект булып иҫәпләнә.[4]

Скульптура янында даими рәүештә төрлө осрашыуҙар, космонавтика үҫешенә һәм шәхсән Павел Беляев ҡаҙанышына бағышланған мәҙәни саралар ойошторола. Монумент янына Вологда халҡы һәм ҡунаҡтары килә һәм сәскәләр һала.[5]

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә