Копеин (лат. Copeina) — сөсө һыу балығы.

Лебиасиновые

Nannostomus harrisoni
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

copeina arnoldi. Gill, 1893


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Бәләкәй акуланы хәтерләткән был һомғол балыҡ Амазонка һәм Риу-Парду йыл­ғаларының тамағында йәшәй. Аталарының оҙонлоғо һигеҙ сантиметрға етә, инәләре бәләкәйерәк, йөҙгөсө лә ҡыҫҡараҡ.

  • Copeina guttata
  • Copeina osgoodi
 

Копеиндар башҡа балыҡтарға хас булмаған ысул менән — һыуҙан тыш — үрсей. Дошмандарынан һаҡлап, ыуылдырыҡтарын йылға-күл өҫтөнә һәленеп төшөп торған япраҡтарға һалалар. Был эш нисек башҡарыла һуң? Ике балыҡ үҙенә оҡшаған япраҡ аҫтында оҙаҡ ҡына әйләнеп йөрөй, шунан, һыуҙан бер үк ваҡытта һикереп сығып, лайла ярҙамында япраҡтың аҫҡы яғына ҡорһағы менән йәбешә. Ыуылдырыҡ һалынып бөткәнсе шулай 4050 тапҡыр эшләйҙәр. Ошондай «акробатик трюк» тарҙан һуң инә балыҡ йөҙөп китә, ә атаһы, япраҡ аҫтында тороп ҡалып, ыуылдырыҡ кипмәһен өсөн уға һыу бөркә. Ике тәүлектән һуң яңы быуын ярала.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә