Контрабаслы мажара

(Контрабаслы мажара (хикәйә) битенән йүнәлтелде)

Контрабаслы романАнтон Павлович Чеховтың хикәйәһе. 1886 йылда яҙылған, 1886 йылдың 7 июнендә «Осколки» журналының 23-сө һанында тәүге тапҡыр А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылған.

Контрабаслы мажара 
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ телендә

Ижат ителгән ваҡыты

1886

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1886

Баҫмалары 

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «Контрабаслы мажара» хикәйәһе 1895 йылда яҙыла. 1886 йылда яҙыла, 1886 йылдың 7 июнендә тәүге тапҡыр  «Осколки» журналының 23 -сө һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫыла, яҙыусының А. Ф. Маркс нәшер иткән әҫәрҙәр йыйынтығына индерелә.

Үҙ алдына өйрәнгән яҙыусы С. Т. Семенов Л. Н. Толстойҙың хикәйәгә мөнәсәбәте тураһында яҙа: «Чехов хикәйәләренең Маркс баҫмаһында беренсе томы сыҡҡас, Лев Николаевич ҙур иғтибар менән уның юморына туҡтала. Ул, беҙҙең заманда Чехов — беренсе класлы юморист, ти... Тик ҡайһы  бер юморлы әҫәрҙәре генә, мәҫәлән, «Контрабаслы мажара» һәм «Тиҙ ярҙам» аңлайышһыҙ һымаҡ тойола[1][2].

Тәнҡитсе А. Л. Липовский хикәйә  тураһында түбәндәгене яҙа: «Һуңғы әҫәрҙәре буйынса Чеховты белгәндәргә  «Контрабаслы мажара» кеүек хикәйәләре мәғәнәһеҙ тойола һәм улар яҙған әйберҙәрендә «еңел көлкө» һәм «йә мауыҡтырғыс, йә уртаҡул көләмәс» өҫтөнлөк алған йәш Чехов ижадына хас[3].

Әҙәбиәт тарихсыһы С. А. Венгеров «Контрабаслы мажара»  хикәйәһен Чеховтың «көлкө һәм хатта туранан-тура шарж» беренсе планға сыҡҡан әҫәрҙәренә индерә, шуның арҡаһында психологик һәм тормош дөрөҫлөгө ситтә ҡала[4].

Яҙыусы И. А . Бунин түбәндәгене  билдәләй: «Әгәр ҙә ул (Чехов) «Аттың көтмәгәндә үлеме» йәки «Контрабаслы мажара» хикәйәләренән башҡа бер нимә яҙмаһа ла, шул саҡта ла урыҫ әҙбиәтендә иҫ китергес аҡыл ялтланы ла юғалды, тип әйтеп булыр ине, сөнки зиһене „бөтөн тамыр-һеңерҙәренән дә“  емелдәп торған фәҡәт аҡыллы кешеләрҙең генә, яҡшы мәғәнәһеҙлекте, яҡшы шаяртыуҙы уйлап сығарырға һәм уны әйтеп бирергә мөмкинлектәре бар»[5].

Персонаждары 

үҙгәртергә
  • Кейемен урлауҙан зыян күргән музыкант Смычков.
  • Кейемен урлауҙан зыян күргән кенәз  ҡыҙы Бибулова.
  • Смычковтың иптәштәре Жучков һәм Размахайкин.

Хикәйәләге ваҡиғалар йәй көнө йылға буйында бара. Кенәз Бибуловтың дачаһында музыкаль кисә билдәләнгән була, шунда музыкант Смычков та килә ята. Сафланып алыу теләге менән, ул йылғала һыу инергә була. Һыу ингәндә ул йыраҡ түгел балыҡ ҡармаҡлаған ҡыҙҙы күрә. Был кенәз ҡыҙы Бибулова булып сыға. Смычков уға үҙе хаҡында иҫтәлек ҡалдырырға ҡарар итә. Ул сәскә гөлләмәһен ҡармаҡҡа эләктерә. Гөлләмә ҡалҡыуысы-ние менән һыу төбөнә китә. Ярға кире килһә, музыкант үҙенең кейемен таба алмай. Ул, кәйефе төшөп,  контрабасының футлярына ултыра ла,  бындай хәлдән нисек сығырға, тип уйға сума.

Был ваҡытта, йоҡомһорап киткән ҡыҙ уянып китә лә ҡалҡыуыстың батҡанын күрә. Ул ырғаҡ нимәгәлер кипсәлгән, тип уйлап, уны ысҡындырыу маҡсатында һыуға төшә. Ул ярға кире килһә, шулай уҡ әйбере урланғанлығын күрә. Ҡыҙ яланғас көйө китә алмай:«Үлгәнең һәйбәтерәк!»  тип, эңер төшкәнсе көтөргә, шунан Агафья әбейгә барырға һәм унан күлдәк алып килеүен үтенергә ҡарар итә. Ҡараңғы төшкәнсе ул күпер аҫтында йәшенеп торорға була. Шунда ул яланғас Смычковты осрата ла инде, ә тегенеһе  баштарааҡ эргәһенә йылға сиренаһы килгән, ахыры, тип уйлай.

Хис-тойғоло аңлашыуҙарҙан һуң, Смычков ҡыҙҙы контрабас футлярына йәшерергә һәм шулай дачаға илтергә  тәҡдим итә. Шул саҡта ул ҡараңғыла ике һынды күреп ҡала. Бурҙар тип уйлап, уларҙы ҡыуып китә.

Шул урында Смычковтың иптәштәре,  флейтасы Жучков менән кларнетсы Размахайкин, дачаға китеп барған була. Улар эсеп иҫергән Смычков контрабасы-ние менән футлярҙы ҡалдырып киткән, тип уйлайҙар ҙа күтәреп алып китәләр. Дачала бал алдынан һарай кәңәшсеһе Лакеич һәм  граф Шкаликов тышлыҡты асалар һәм кенәз ҡыҙын күрәләр. Смычков кире килһә, футлярҙы таба алмай. Ҡыҙҙың  тыны ҡыҫылып үлер тип ҡурҡҡанлыҡтан, ул төн уртаһына тиклем эҙләй, ләкин  таба алмағас, иртәнгә саҡлы тағы күпер аҫтына юллана.

Урындағы крәҫтиәндәр "төндәрен күпер эргәһендә сәсе еткән цилиндрлы кешене" бик оҙаҡ ваҡыт дауамында күрер булғандар.

Экранлаштырыу

үҙгәртергә
  • 1911 йылда «Контрабаслы мажара» хикәйәһе мотивы буйынса шул уҡ исемле ҡыҫҡа метражлы тауышһыҙ кинокомедия төшөрөлгән[6]. Режиссёры: Кай Ганзен .
  • 1970 йылда А. П. Чеховтың бер-береһе менән бәйләнгән тәүге ете: «Йыбытҡы» (1883), «Рәхмәтле» (1883), «Әҙәпһеҙ» (1885), «Тәмәкенең зыяны  тураһында» (1886), «Һағыш» (1886), «Контрабаслы мажара» (1886), «Поленька» (1887) исемле новеллаларынан «Карусель» телевизион комедияһы төшөрөлгән. Режиссёры: Михаил Швейцер. Смычков ролендә — Владимир Басов.
  • Чехов А. П. Роман с контрабасом // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Le Roman d’une contrebasse, traduit par Madeleine Durand et Édouard Parayre, révision de Lily Dennis, Bibliothèque de la Pléiade, éditions Gallimard, 1967, ISBN 978 2 07 0105 49 6.
  • Voir Françoise Darnal-Lesné, Dictionnaire Tchekhov, Paris, L'Harmattan, 2010, 322 p. ISBN 978-2-296-11343-5, p. 252.

Иҫкәрмәләр 

үҙгәртергә
  1. «О встречах с А. П. Чеховым». — «Путь», 1913, № 2, стр. 38
  2. А. П. Чехов в воспоминаниях современников. Изд. "Художественная литературыа, Москва, 1960
  3. «Литературный вестник», 1901, т. II, кн. I, стр. 22
  4. «Вестник и библиотека самообразования», 1903, № 32, 7 августа, стлб. 1329
  5. И. А. Бунин. Собр. соч., т. 9. М., 1967, стр. 236
  6. Иванова В., Мыльникова В. и др. Великий Кинемо: Каталог сохранившихся игровых фильмов России (1908-1919). — М.: Новое литературное обозрение, 2002. — С. 98-99. — ISBN 5-86793-155-2

Һылтанмалар

үҙгәртергә