Колагири йәки Дедоплис - (груз. ქოლაგირის ციხე) - ҡәлғә, XVIII быуат архитектура ҡомартҡыһы.

Колагири ҡәлғәһе
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Квемо-Картли[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Колагири ҡәлғәһе Грузияның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Болниси муниципалитетының Цуртави ауылында, Алґети йылғаһынан алыҫ түгел урынлашҡан, Тбилиси - Болниска юлы буйында ята.

 
Батшабикә Дареджан

Картли һәм Кахетия батшаһы Ираклий Икенсенең ҡатыны Дареджан 1788 - 1798 йылдарҙа төҙөткән. Ул Дадианиҙар нәҫеленән булған. Был нығытма Грузия батшалығының һуңғы шундай оборона ҡоролмаһы булған.

Тбилиси өсөн форпост булараҡ ҡулланылған һәм дошмандар һөжүме ваҡытында халыҡйәшенер урын булып хеҙмәт итә.

XIX быуатта нығытма оборона әһәмиәтен юғалта һәм бер аҙ ваҡыт төрмә булараҡ ҡулланыла. Хәҙер ҡәлғәлә монастырь эшләп килә.

Архитектураһы

үҙгәртергә

Ҡәлғәнең дөйөм майҙаны 2000 м² тәшкил итә. Эшкәртелмәгән таштан һалынған. Ҡапҡаһын ҡупшы итеп һалыр өсөн кирбес ҡулланылған. Нигеҙе квадрат рәүешле, мөйөштәрендә цилиндр кеүек ҙур башнялар. Ҡапҡаһы көнбайыш һәм көнсығыш ҡабырғаларының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Т Көнсығыш ҡапҡаһы төп инеү урыны булып тора. МөҠапҡа өҫтөндәге башняһы, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, дүрткел була. Был башнянан тыш, һәр диуарҙа ҙур булмаған ярымтүңәрәк башня була. Төньяҡтан һәм көньяҡтан биш әр башня, көнсығыштан һәм көнбайыштан - дүртәр.

Ҡәлғә стеналары икешәр яруслы, бейеклеге 6 метрға тиклем етә. Аҫҡы ярус диуарҙары ҡалын һәм ишек-тәҙрәһеҙ,үрге йоҡаһы оборона тотор амбразуралы. Дүрт ҡатлы башняла беренсе ҡаты тотош көплө, ә өҫкөләрендә - күҙәтеү тишектәре ҡуйылған. Тәүге өс ҡатында ҡорал келәттәре, амуниция һәм аҙыҡ-түлек өсөн ҡулланылған, дүртенсеһендә - торлаҡ бүлмәләре урынлашҡан.

Ҡәлғә ҡоролмалары уртаһында берҙән-бер Изге Кетеван сиркәүе урынлашҡан.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Грузинская советская энциклопедия , т. 10, стр. 545, 1986