Клагенфурт соборы


Клагенфурт соборы йәки изге Петр һәм Павел соборы (нем. Klagenfurter Dom) — католик сиркәүе, Австрияның Клагенфурт ҡалаһында урынлашҡан. Изге Петр һәм Павел сиркәе Гурка епархияһының кафедраль соборы булып тора. Сиркәү Австрия протестант архитектураһының иң боронғо өлгөһө булып тора.

Клагенфурт соборы
Нигеҙләү датаһы 1571
Рәсем
Дәүләт  Австрия[1][2]
Административ-территориаль берәмек Клагенфурт-ам-Вёртерзе[1][2]
Епархия Епархия Гурка[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән кирбес
Архитектура стиле архитектура барокко[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q1641593?
Мираҫ статусы объект архитектурного наследия Австрии[d][1]
Адрес Domplatz 1[1]
Рәсми сайт kath-kirche-kaernten.at/…
Святой покровитель Апостол Пётр[d] һәм Апостол Павел
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Cathedral of Klagenfurt[d]
Карта
 Клагенфурт соборы Викимилектә

Тарих үҙгәртергә

Изге Петр һәм Павел сиркәүе 1578 йылда төҙөлгән. Башта сиркәү Изге Троица исемен йөрөтә һәм протестанттар сиркәүе була. XVI быуатта Каринтияла протестантизм киң таралған була. Изге Троица сиркәүе Клагенфурт протестанттарының дини үҙәге була.

1600 йылда Австрияла Конрреформация башланып китә һәм Клагенфурт халҡы тыныс ҡына католицизмға күсә. Изге Троица сиркәүе 1604 йылда апостолдар Петр һәм Павел католик сиркәүенә әүерелә, улар хөрмәтенә изгеләндерелә. Шул уҡ ваҡытта сиркәү иезуиттар ҡарамағына тапшырыла, улар сиркәүгә бер нисә төкәтмә төҙөй. 1665 йылда миһраб һәм Изге Франциск Ксаверий сиркәүе төҙөлә, ҡорамдың көньяҡ өлөшөндә — Орсини-Розенбергтарҙың ғаилә кәшәнәһе төҙөлә.

1773 йылда иезуиттар Клагенфуртты ҡалдыра һәм Изге Петр һәм Павел сиркәүе үҙенең әһәмиәтен юғалта. 1787 йылда Гурка епархияһы Гурканан Клагенфуртҡа күсерелә. Изге Петр һәм Павел сиркәүе Гурка епархияһы кафедраль соборы статусын ала.

Клагенфурттағы протестанттар сиркәүе дауахана эсендә торған була. Был дауахана менән сиркәү эске ихатала арка менән тоташтырылған була. Иезуиттар дауахананы киңәйтеп, уны уҡыу йорты сифатында файҙалана. Иезуиттар ҡаланан киткәндән һуң, был бүлмәләр казарма булараҡ ҡулланыла. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында дауахана өлөшө емерелә һәм оҙаҡ ваҡыт тергеҙелмәй тора. Был дауахана бинаһының был өлөшө 1964 йылда тулыһынса емерелә. Собор алдында майҙан балыҡҡа килә һәм собор фасад асыла, ул яңыртып төҙөлөргә мохтаж була. Конкурс иғлан ителә, шунан һуң 1973 йылда архитектор Эвальд Капланер сиркәүҙең хәҙерге фасадын төҙөй.

Сығанаҡ үҙгәртергә

  • Peter Allmaier: Der Klagenfurt zu Dom. (Kirchenführer) Peda Kunstverlag, 1994 Passau, ISBN 3-930102-15-3
  • Dehio-Handbuch. Die Österreichs Kunstdenkmäler. Kärnten. Schroll Anton, 2001 Wien, 3-7031-0712 ISBN-X, 350—353 S.
  • Wilhelm Deuer: Die in Dreifaltigkeitskirche eine Umwidmung und Jesuitenkirche protestantische in ihre Klagenfurt. In: France Dolinar Martin (Hrsg.): Reform Katholische Innerösterreich Gegenreformation 1564—1628 in und. Hermagoras, 1994 Klagenfurt, ISBN 3-85013-358-3, 637—654 S.

Һылтанмалар үҙгәртергә