Кисерештәр — эмоциональ процесс, эмоциональ феномен, эмоциональ торош, эмоция (лат. emoveo хайран ҡалдырам, тулҡынландырам, борсойом), сленг. аффект (лат. affectus ҡыҫҡа ваҡытлы артыҡ көслө кисереш) — объекттарҙың һәм хәл-ваҡиғаларҙың субъектив мәғәнәһен сағылдырған һәм аңда кисереш формаһында бирелгән эшмәкәрлекте (тәртип, ҡабул итеү, фекерләү) дәртләндереүсе һәм көйләүсе психофизиологик процесс. Кисерештәр араһында аффекттар, эмоциялар, хистәр һәм кәйеф айырым ҡарала.

Кисерештәр
Бейеүҙәге кисерештәр

Төп кисерештәр

үҙгәртергә

Күп тикшеренеүселәр, төрлө нигеҙҙә, төп йәки фундаменталь эмоцияларҙы — йәғни кеше эмоциональ тормошоноң бөтә төрлөлөгөн тәшкил иткән элементар эмоциональ процестарҙы айырып ҡарарға тырыша. Төрлө тикшеренеүселәр был эмоцияларҙың төрлө исемлеген тәҡдим итә, әммә берҙәм һәм дөйөм ҡабул ителгәндәре әлегә юҡ.

Эмоцияларҙың формаль моделе 18 төп һәм 4 ҡатмарлы эмоцияны үҙ эсенә ала.

К. Э. Изард төп эмоцияларҙың түбәндәге исемлеген тәҡдим итә[1]:

  1. Ҡыҙыҡһыныу — ҡуҙғыу;
  2. ләззәт — шатлыҡ;
  3. ғәжәпләнеү;
  4. ҡайғы — ғазап;
  5. асыу — ярһыу;
  6. күңел ҡайтыу — ерәнеү;
  7. түбәнһетеү — һанға һуҡмау;
  8. ҡурҡыу — ҡот осоу;
  9. оят — тартыныусанлыҡ;
  10. ғәйеп — тәүбә итеү.

Додонов классификацияһы

үҙгәртергә

Совет психологы Б.И. Додонов ошондай эмоциональ процестарҙы классификациялауҙы тәҡдим итә:

  • альтруистик;
  • коммуникатив;
  • глорик;
  • праксик;
  • пугник;
  • романтик;
  • гностик;
  • эстетик;
  • гедонистик;
  • акизитив эмоциялар.

Додонов билдәләүенсә, һәр кешегә үҙенең «эмоциональ көйө» хас, ул кешегә иң яҡын, теләгән һәм даими эмоциялар менән характерланған дөйөм эмоциональ йүнәлеш бирә[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Эмоцияларҙың психологик теориялары
  • Эмоциональ интеллект

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Китаптар

үҙгәртергә
  • Симонов П. В.,. Эмоциональный мозг. — М.: Наука, 1981. — 216 с. — 6600 экз.
  • Изард, К. Э. Психология эмоций = The Psychology of Emotions. — Питер, 2007. — С. 27. — 464 с. — (Мастера психологии). — 3000 экз. — ISBN 5-314-00067-9.
  • Березанская, Н. Б., Нуркова, В. В. Психология. — Юрайт-Издат, 2003. — 576 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-9692-0465-2.
  • Коломинский Я. Л.,. Человек: психология. — М.: Просвещение, 1986. — 223 с.

Мәҡәләләр

үҙгәртергә
  • Леонтьев А. Н.. Потребности, мотивы и эмоции. — Москва: МГУ, 1971.


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.