Киров урамы (Өфө)
Киров урамы . Өфө ҡалаһының Киров, Ленин һәм Совет райондары биләмәһендә урынлашҡан. Көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай Карл Маркс урамынан башлана һәм Салауат Юлаев проспекты менән тамамлана. Урам 1931 йылда ябылған элекке Александр сиркәүе нигеҙенә төҙөлгән Профсоюздар йортонан башлана.
Киров урамы | |
Кем хөрмәтенә аталған | Киров Сергей Миронович |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Оҙонлоҡ | 3 ± 1 km |
Киров урамы Викимилектә |
Киров урамының дауамы булып Салауат Юлаев проспектынан башланған Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин урамы тора.
Тарихы
үҙгәртергәБашта урам Приют урамы тип аталған, сөнки 1849 йылда унда Телеграф (Цюрупа) һәм Кесе Успенский ( Энгельс) урамдары араһындағы кварталда православие балалар приюты урынлашҡан. Октябрь Революцияһынан һуң урам С.М. Киров хөрмәтенә үҙгәртелә.
Иҫтәлекле урындар һәм ҡоролмалар
үҙгәртергә- Профсоюздар йорто һәм уның алдында Александр майҙаны (тарихи исеме)
- «Баштехинформ» (элек —Ғилми-техник мәғлүмәттәр үҙәге)
- Һуҡырҙар өсөн Башҡорт махсус китапханаһы һәм Бөтә рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡорт ойошмаһы тарихы музейы
- «Киров» эшлекле үҙәге
- Рождество Богородицы соборы
- 12-ишекле йорт - «карап»
Транспорт
үҙгәртергәКиров урамы күрһәтә. төп йәмәғәт транспорты маршрут таксийы.
Галерея
үҙгәртергә-
Профсоюздар йорто
-
Профсоюздар йорто алдында Мостай Кәрим һәйкәленең фрагменты
-
Мәрйәм инә Раштыуаһы ғибәҙәтханаһы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.