Киреевка-2 биләмәһе

2006

Иҫтәлекле урын
Киреевка-2 биләмәһе
Ил Рәсәй
Урыны Ростов өлкәһе Октябрь районы
Координаталар 47.7972/40.4248
Төҙөлгән ваҡыты 2006 йыл

Киреевка-2 биләмәһе — 2006 йылда табылған был биләмә иртә бронза (беҙҙең эраға тиклем 3 мең йыл) һәм урта быуат (беҙҙең эраның VIII—X быуаттары) дәүеренә ҡарай. Ростов өлкәһенең Октябрь районы Киреевка хуторында урынлашҡан.

Киреевка-2 боронғо ҡаласығы иртә бронза (б.э.т. 3 мең йыл) һәм урта быуат (б.э. VIII—X быуаттары) дәүеренең археологик һәйкәле. 2006 йылда «КС Сохрановка — КС Октябрьская» магистраль газ торбалары трассаһын тикшерегән ваҡытта табыла. Ростов өлкәһе Октябрь районының Киреевка ауылынан 1,7 километр төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан. Атамаһы утар исеменән алынған.

Ғалимдарҙың иғтибарын һөрөлгән баҫыуҙа эре таш киҫәктәренең өйөлөп ятыуы йәлеп итә. Бында 3 520 квадрат метр майҙанда археологик ҡаҙыныу эштәре башлана. Эштәр ҡул менән башҡарыла, ер 20 сантиметр ҡалынлығындағы ҡатламдар менән алына, табылҡан ҡаҙлмалар билдәләнеп, биләмәнең дөйөм планына индерелә бара. Табышты анализлау һыныҡтар һәм киҫәктәр тупланмаһының боронғо кешеләрҙең емерелгән ғибәҙәтханаһы булыуын раҫлау мөмкинлеген бирә. Моғайын, тәүҙә ғибәҙәтхана түңәрәк булып, уртаһында вертикаль ҡомташ киҫәктәре торғандыр. Ҡоролма ҡалдыҡтары бронза быуат менән билдәләнә.

Ҡаҙыныу урынында дүрт ҡатлам табыла. Беренсеһендә салтово-маяцк археология мәҙәниәтенә ҡараған һуңғы урта быуат дәүеренең — беҙҙең эраның VIII—X урта быуаттары амфор керамикаһы киҫәктере табыла. Әүәләнгән керамика фрагменттары һуңғы бронза дәүеренә — беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡ аҙағы — I мең йыллығы башындағы бура мәҙәниәтенә ҡарай.

Ҡаҙылмалар араһында бер нисә кремний әйбере, вулканик быяла обсидиандан эшләнгән бысаҡ табыла. Бысаҡ иртә бронза дәүере менән билдәләнә. Күмер менән көл ҡалдыҡтары булған усаҡ табыла. Керамика фрагменттары халыҡ йәшәгән ваҡытты асыҡларға — беҙҙең эраға тиклем VIII—X быуат — ярҙам итә. Ошо ваҡытта табылғандарға оҡшаш һауыт-һаба эшләйҙәр.

Урта быуаттарҙаваҡытлыса йәшәү урынларында кешеләр таш ҡоролмалар төҙөмәй, ә ябай ер өҫтө ҡоролмаларында йәшәй, шуға улар беҙҙең көндәргәсә һаҡланмаған. Шул уҡ ваҡытта халыҡ төрлө тәғәйенләнештәге соҡорҙар ҡаҙый. Уларҙың береһендә археологтар мафор ҡалдыҡтарын һәм тимер бысаҡ таба.

Һылтанмалар

үҙгәртергә