Кесе мәрмәр һарай

Мәҡәләлә Санкт-Петербург ҡалаһында XVIII быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән ғәмәлдәге Кесе мәрмәр һарай бинаһы тураһында һүҙ бара

1775

Һарай
Кесе мәрмәр һарай
Ҡала Санкт-Петербург, Гагарин урамы , 3-сө йорт
Координаталар 59/56/52.4/N/30/20/29/E
Бина тибы кирбес йорт
Архитектура стиле неоренессанс
Төҙөлөшө 17741775 йылдар
Статус
Объект культурного наследия народов РФ федераль әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 781610569890006 (ЕГРОКН)
объект № 7810678000 (БД Викигида)
Бөгөнгө хәле ғәмәлдә

Тарих һәм архитектура

үҙгәртергә

Санкт-Петербургта хәҙерге Гагарин урамы урынында 1174-1775 йылдарҙа мөйөштәге участкала генерал И. И. Меллер-Закомельский таш йорт төҙөгән, артабан күрше участкаһын да һатып алған. 1830-сы йылдарҙа был ҡоролмаларҙы граф А. Г. Кушелев-Безбородко һатып ала[1].

1857-1862 йылдарҙа архитектор Э. Я. Шмидт бинаға реконструкция эшләй, уны киңәйтә. Бинаның төп фасады итальян ренессансы стилендә биҙәлгән. Беренсе ҡатты гранит руст уратып тора. Бельэтаж тәҙрәләре ярым түңәрәк, улар йорттоң ярым түңәрәк аркаларына индереп ҡуйылған. Ҡоролманың ҡабырға өлөштәре урамдан эскәрәк инеп тора. Фасады тулыһынса мәрмәр менән йөҙләнеп көпләнгән. Йорт суйын арыҫлан битлектәре һәм пилястрҙар капителдәре менән биҙәлгән[2].

Һарайға ингәс тә, күркәм мәрмәр баҫҡысты күреп иҫең китеп ҡарап торорға мөмкин. Ул XIV Людовик стилендә төҙөлгән. Баҫҡыстан менгәс тә, Аҡ бейеү залына йәки Алтын залға килеп инергә мөмкин. Залдарҙың интерьеры ла шул уҡ баҫҡыс стилендә башҡарылған. Аҡ залдың түбә түшәменә «Шағирҙы үлем урлай» картинаһы төшөрөлгән. Был зал янында кабинет - кабинет V Карлдың Брюггелағы кабинетының теүәл күсермәһе. Һәм бында рыцарҙарҙың тимер кейемдәре һәм ҡоралдарының коллекциялары һаҡлана. Кабинет эргәһендә бильярд бүлмәһе тора, ул түшәмдәге витраждар быялалары аша яҡтыртыла. Йорт ихатаһында фонтанлы баҡсаның территорияһы тора[3].

 
Күркәм инеү урыны
 
Һарайҙың биҙәлеше

Бинаның интерьеры бик бай һәм матур биҙәлгән. Бейеү залының паркеты перламутр һәм ҡиммәтле ағас тоҡомдарынан түшәлгән. Бильярд бүлмәһе имән һәм тире менән биҙәлгән. Ҙур камин эске интерьерҙы биҙәп тора.

1873 йылда йортто бөйөк кенәз Николай Константинович һатып алған. Йортто Кесе мәрмәр һарай тип атағандар. Йорт хужаһының холҡы был һарайҙы йәштәр өсөн кисәләр урынына әүерелдергән.

1881 йылда һарайҙың хужаһы Е. М. Долгорукова, кенәз ҡатын Юрьевский (1849-1922) - император II Александрҙың ҡатыны (морганатик) була. Ул йәшәгән осорҙа биналарҙың интерьеры хәҙерге ваҡыттағы ҡиәфәтен ала, йортта батша II Александрҙың кабинеты урынлашҡан була. Өсөнсө ҡатта балалар бүлмәһе һәм тәрбиәселәр бүлмәләре ойошторолған була. Пимен галереяһында II Александрҙың поход иконостасын һүрәтләгән иконостаслы сиркәү йыһазландырылған була.

1912 йылда Юрьевский сит илгә даими йәшәү урынына сыға. Үҙе сит илдә саҡта ул һарайҙы Батша һарайының камерюнкеры Е. П. Леонардтың ҡыҙына һата.

Йорттоң яңы хужабикәһе Е. П. Леонард үҙе файҙаланыу өсөн бары тик йөрттоң үҙәк күркәм өлөшөн генә ҡалдыра, башҡа бүлмәләрен ҡуртымға бирә. Баҡса урынында алты ҡатлы, өс флигелле килем йорто төҙөлә.

Бында совет осоронда балет студияһы урынлашҡан, ә һуңынан РГСУ хеҙмәт һаҡлау фәнни-тикшеренеү институты эшләй. 1970 йылда йорт архитектура ҡомартҡыһы булараҡ һаҡлауға алынған[4].

1994-2016 йылдарҙа был йортта Европа университеты студенттарын уҡытҡандар. Бина уҡыу йортона аренда хоҡуғында тапшырылған. 2016 йылда был килешеү суд тәртибендә өҙөлгән[5].

Кесе мәрмәр һарайы Санкт-Петербург архитектура ансамбленың үҙенсәлекле өлөшө булып тора һәм федераль әһәмиәттәге архитектура ҡомартҡыһына индерелә[6].

Документ

үҙгәртергә

Постановление Правительства Российской Федерации от 10.07.2001 г. № 527 г. Москва. «О перечне объектов исторического и культурного наследия федерального (общероссийского) значения, находящихся в г.Санкт-Петербурге».

Һылтанмалар

үҙгәртергә