Керен йорто (Таганрог)

 Керен йорто— XIX быуаттың  Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһындағы Шмидт урамы, 12-се йорто. Ул урындағы әһәмиәттәге  тарих, мәҙәниәт һәм архитектура һәйкәле[1].

Иҫтәлекле урын
Керен йорто (Таганрог)
Керен йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Шмидт урамы, 12
Архитектура стиле классицизм
Проект авторы Дюпон де Ларю
Статус урындағы әһәмиәттәге тарих, мәҙәниәт һәм архитектура һәйкәле
Бөгөнгө хәле ҡәнәғәтләнерлек

Тарих үҙгәртергә

Йорт  архитектор Дюпон де Ларю проекты буйынса классицизм стилендә XIX быуат башында Шмидт урамы, 12-лә төҙөлә. Үҙенең ике йөҙ йыллыҡ тарихында бик күп йорт хужаларын һәм билдәләнешен бер нисә тапҡыр алыштыра. 1810 йылда булды йорт  Павел Даро милке була. Һаҡланып ҡалған мәғлүмәттәр буйынса ул икенсе ҡалала йәшәгән. 1890-1906 йыл йорт итальян подданныйы  Иван Руффо милке була, ә 1915 йылдан башлап бельгия подданныйы  Виктор Вильгельм Керен ҡулында тора. Шунан һуң  был йортта бер ни тиклем ваҡыт бельгия консулы йәшәй. 1992 йылда йорт урындағы әһәмиәттәге  архитектура, тарих һәм мәҙәниәт һәйкәл объекты тип таныла.

Һүрәтләү үҙгәртергә

Йорт бер ҡатлы. Уны проектлау ваҡытында подвалын ашлыҡ һаҡлағыс итеп төҙөргә планлаштыралар. Йорттоң алғы яғы (фасады) өс өлөштән тора, улар бер-береһенән айырылып торған архитектура алымдары ҡулланып төҙөлгән. Йорт уртаһында дүрт ярым колонна күҙгә ташланып тора, улар сандрик менән биҙәлгән фронтон һәм кәрнизде тотоп тора. Дөйөм тарттырылған кәрниз йорт ҡабырғаһындағы тәҙрәләр өҫтөнән үтә. Бинаның үҙәгендәге тәҙрәләр филенкалы биҙәк менән декорланған. Ҡунаҡ күтәрмәһе йорттоң урта өлшөндә түгел, ә һул яғында тора.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә