Кенәз Петр һәм княгиня Феврония һәйкәле (Батайск)
Кенәз Петр һәм княгиня Феврония һәйкәле — Ростов өлкәһенең Батайск ҡалаһындағы скульптура әҫәре. Рәсәй территорияһында Петр һәм Февронияға ҡуйылған 10-дан ашыу һәйкәл бар [1].
Кенәз Петр һәм княгиня Феврония һәйкәле | |
Нигеҙләү датаһы | 2011 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Батайск |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза |
Тарихы
үҙгәртергәКенәз Петр һәм княгиня Феврония һәйкәле 2011 йылдың 3 ноябрендә асыла. Риүәйәткә ярашлы, Петр һәм Феврония ҡатмарлы бәхетле тормош өсөн ҡатмарлы юл үтә[2].
Улар изгеләр рәтенә индерелгән. Һәйкәл Ростов һәм Новочеркасск митрополиты Меркурий фатихаһы һәм Ростов өлкәһе губернаторы Василий Голубев ярҙамы менән ҡуйыла[3].
Һәйкәлде эшләү өсөн бронза ҡулланылған. Монумент ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгенең инеү урынында тора. Скульптура авторы Сергей Исаков. Һәйкәл өҫтөндә ул 6 йыл тирәһе эшләй. Скульптураның ауырлығы 2 тонна тәшкил итә, постамент менән бергә бейеклеге — 4 метр тирәһе. Кенәз Петр һәм Феврония күк йөҙөнә күгәрсен ебәреп тороусы итеп һүрәтләнә. Күк йөҙөнән йәштәргә фәрештә ҡарап тора, авторҙың ниәте буйынса был уларҙың никахының һаҡланғанлығын аңлата[3].
2015 йылда июлендә Петр һәм Феврония һәйкәле янында беренсе тапҡыр ғибәҙәт ҡылына. Уны ғаиләне һәм никахты ҡурсалаусы Муром акафисы үткәрә. Сарала 25-тән ашыу Аҙау сиркәүенең дин әһелдәре ҡатнаша. Ә ғибәҙәттең үҙендә 100-ҙән ашыу православие динен тотоусы граждандар ҡатнаша[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 2011.11.08. Батайск: В День народного единства открыли памятник Петру и Февронии - MUROM.RU (8 ноябрь 2011). 2018 йыл 5 июль архивланған.
- ↑ Памятники православным святым в городе Батайске .
- ↑ 3,0 3,1 В Батайске открыт памятник Петру и Февронии .
- ↑ В Батайске впервые провели молебен у памятника Петру и Февронии - Батайское время . battime.ru.