Марина Цветаеваның кенотафы

(Кенотаф Марины Цветаевой битенән йүнәлтелде)

Марина Цветаеваның кенотафыКалуга өлкәһенең Таруса ҡалаһында ҡуйылған иҫтәлекле билдә, шул урында Марина Цветаева ерләнергә теләгән. Мусатов тауы битләүе аҫтында — Ока яры буйында урынлашҡан, унда рәссам Борисов-Мусатовтың ҡәбере ята.

Марина Цветаеваның кенотафы
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Цветаева Марина Ивановна
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Таруса[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q124807929?
Мираҫ статусы выявленный объект культурного наследия России[d][1]
Указания, как добраться на берегу р. Оки
Карта
 Марина Цветаеваның кенотафы Викимилектә

Таш Ока йылғаһы буйында һуҡмаҡ менән йәнәш ята, ул һуҡмаҡ буйлап Марина һәм Анастасия Цветаевалар «Песочное» дачаһынан Добротворскийҙар йортона йәки инәһе Тьоға йөрөгәндәр. Ҡасандыр, Маринаның бала сағында, бында бәләкәй сиркәү булған. Был урындан алыҫ түгел ерҙә емеш-еләк баҡсаһы һәм зыярат урынлашҡан. Ул саҡта Таруса районында рухи христиандар сектаһы  — хлыстар, йәки христоверҙар булған. Шуға күрә бында уларҙың ҡәберлектәре булған. Сектаның ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәрен Кирилловналар тип атаған. 1895 йылда был сектаны бөтөрәләр. («Тарусала хлыстар эше » христоверҙарға ҡаршы 1893 йылдан 1895 йылдарға тиклем үткәрелә). Күп йылдар үткәс, эмиграцияла, шағирә Тарусаны һағынып иҫкә аласаҡ. Сит ерҙәрҙә, Парижда, «Хлыстовки» эссеһында Цветаева былай тип яҙа:

  Мин таруса зыяратында, айыу баланы ҡыуағы аҫтында, ҡыҙыл һәм эре ер еләге үҫкән ҡәберлектәрҙең береһендә ятырға теләр инем. Әгәр был килеп сыҡмаһа, әгәр миңә генә түгел, башҡаларға ла унда ятырға мөмкин булмаһа, әгәр инде зыярат булмаһа, Кирилловналар беҙгә, беҙ Тарусаға барған убаларҙың береһендә,ятырға һәм таруса ташын ҡуйыуҙарын теләр инем:

«Бында МАРИНА ЦВЕТАЕВА ЯТЫРҒА ТЕЛӘЙ ИНЕ»

 
 
Марина Цветаеваның беренсе кенотафы. 1962 й.

Ошондай яҙыу менән таш ҡуйыла. 1962 йылда студент-филолог һәм Цветаеваның шиғриәтен һөйөүсе Семен Островский үҙенең стипедияһына был урындан алыҫ түгел беренсе ташты ҡуя. Әммә уны, шул иҫәптән Марина Цветаеваның ҡыҙы Ариадна Сергеевна Эфрондың теләге буйынса алалар, ул шул ваҡытта Тарусала йорт төҙөй һәм ваҡыт- ваҡыты менән бында йәшәй. Ариадна Сергеевна Эфрон үҙ белдеге менән таш ҡуйыу Цветаеваның шиғырҙар йыйынтығының донъяға сығыуына ҡамасаулар тип борсола. Бер нисә айҙан һуң Семен Островский Ариадна Сергеевнана үкенесен белдереүе тураһында хат ала.

Бөгөн Семен Островский Нью-Йорк ҡалаһында йәшәй һәм балалар өсөн шиғырҙар яҙа. Таш аҙнанан саҡ ҡына күберәк ята. Марина Цветаеваның шиғырҙар томы 1965 йылда сыға. 1988 йылдың 9 октябрендә ҡасандыр бында торған сиркәү мөйөшөндә икенсе таш ҡуйыла.

  • Анискович Л. Край бузины и край рябины (Цветаевы в Тарусе); 2004.
  • Дунаев М. М., Разумовский Ф. В. В среднем течении Оки. — М., 1982. (Дороги к прекрасному)
  • Лейбова К. «Две поездки к Марине Цветаевой».
  • Мельникова Т. П. Таруса, 101-й километр. — М., 2007. ISBN 978-5-7157-0214-2. Документальная повесть
  • Михеенков С. Е. Путеводитель по Тарусе. — Калуга, «Золотая аллея», 2008.
  • Михеенков С. Е. Прогулки по Тарусе : путеводитель. — Калуга : Полиграф-Информ, 2005. — 72 с. — (Русский Барбизон). — ISBN 5-93999-138-6.
  • Михеенков С. Е. Уходящий город : Таруса : воспоминания о будущем : Очерки об истории и современности древнего города и края. — Калуга : Изд. дом «Калуга», 1996. — 69 с.
  • Фролов А. С. Фрагменты. Очерки истории Тарусы. — М., 2006. ISBN 5-902235-06-5.
  • Цветаева А. И. Воспоминания. — М.: Советский писатель, 1974.
  • Эфрон А. С. «А душа не тонет…»"Культура" 1996 г. ISBN 5-8474-0275-9
  1. Приказ Научно-производственного центра по охране памятников № 2-с от 18.01.1994