Кейә
Кейә (урыҫ. леток) — умарталағы ҡорттар кереп-сығып йөрөүсе һәм осоп китеүсе махсус тишек. Хәҙерге умарталарҙа ул шылдырып асыла торған менән эшләнелгән. Ул ҡулайлама менән тишектең киңлеген көйләргә, ябып ҡуйырға була. Кейәләрҙе махсус ҡулайлама менән тиҙ генә ябып ҡуйыу, умарталарҙы күсергән саҡта, шулай уҡ умарталарҙы уғыры ҡорттар баҫыу осрағында ҡулланыла. Шулай уҡ тирә яҡ мөхиттә саранчаларҙан, башҡа бөжәктәрҙән һаҡланыу өсөн һиптерләгән ағыулы осорҙа ла ҡаплап ҡуйыла. Тәбиғи рәүештә ҡортар кейәнең ҙурлыған ҡорт елеме ярҙамында көпләй.
Бал ҡортарының осоп китеүен һәм килеп ҡуныуын еңеләйтеү өсөн махсус таҡта ла ҡуйыла.
Был ауыл хужалығы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |