Квелацминда (Вачнадзианиҙа монастырь)

Квелацминда (грузყველაწმინდა) — Грузияның Гурджаан районындағы православие монастыры, Вачнадзиани ауылынан һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. VI — VII быуатта монастырҙа өс нефлы базилика урынлаша, уның көнбайыш өлөшө ишелмәнән зыян күрә. Ҡоролманың фрагменттарын әле лә күрергә мөмкин. Һуңғараҡ, VIII быуат аҙағында — IX быуат башында көмбәҙле Квелацминда сиркәүе төҙөлә. Сиркәү таштан һәм кирбестән һалынған.

Квелацминда
груз. ყველაწმინდა
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Собор всех святых[d]
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Гурджаанский муниципалитет[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Квелацминда Викимилектә

Квалецминда грузин төҙөлөшөнөң күсеш осорона ҡарай (VIII — X быуаттың беренсе яртыһы), был иң мөһим һәм юғары художестволы ҡомартҡыларҙың береһе.

Архитектураһы

үҙгәртергә

Был комплекстың айырым ҡоролмалары төрлө осорҙа төҙөлгән. Яҡынса VI һәм VII быуаттарҙа бында базилика ҡиәфәтендә беренсе ғибәҙәтхана төҙөлә. Ул тулыһынса емерелә, әммә унан көнсығыш диуары ҡала, уның буйынса ҡоролманың бейеклеген һәм планын белергә була.

Һуңыраҡ, яҡынса IX быуаттарҙа (әлегә уның датаһы буйынса бәхәстәр бара) тағы бер ҡорам төҙөлә. Тышҡы яҡтан был классик тәре-көмбәҙле ҡорам. Был хронологик беренсе грузин ғибәҙәтханаһы «Пендатив» йәки «Парустар» исемле архитектура элементына эйә. Был элемент өсмөйөш ҡиәфәтендә, ул түңәрәк көмбәҙҙең йөкмәнтеһен квадратнигеҙгә бүлеп бирә. Был элементтар Византияла VI быуатта, ә Грузияла һуңыраҡ тарала башлай.

Монастырҙың көнбайыш яғында ҡапҡалар менән бейек ҡоймалар бар.

  • Чубинашвили Г. Н., Архитектура Кахетии, Тб., 1959;