Квабисхеви сиркәүе

'Квабисхеви сиркәүе (груз. ქვაბისხევის ღვთისმშობლის მიძინების სახელობის ეკლესია), шулай уҡ Mariamtsminda (მარიამწმინდა, minda mariamts, "Санта-Мария") - урта быуат Грузия православие сиркәүе, Квабисхеви ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 2 км алыҫлыҡта, Грузияның Самцхе-Джавахети төбәгендәге Боржоми муниципалитетында урынлашҡан. Был өс ҡатлы базилика VIII йәки IX быуатта төҙөлә. Сиркәү XII һәм XIII быуаттарҙағы Шота исемле йәш дворяндың фрескаһы менән билдәле. Квабисхеви сиркәүе милли әһәмиәттәге Грузия мәҙәниәте ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән[1]

Квабисхеви сиркәүе
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Квабисхеви сиркәүе Викимилектә

Kвабисхеви - өс нефлы базилика бейек ҡаялы тауҙағы ҙур булмаған террасала таштан төҙөлгән. Уның ҡаяға йәнәш торған көнсығыш фасады бар, упҡынға күренеш менән ҡалған өс яғы тарлауыҡта. Террасаға төньяҡ-көнсығыш яҡтан һуҡмаҡ буйлап барырға мөмкин[2]


Барыуы ауыр булған сиркәү Урта быуаттарҙа урындағы халыҡтың сиркәү аҫтындағы йорттары һәм ҡаяла уйып эшләнгән йәшеренеү урындары емерелгән осраҡта, сиркәү хәрби һыйыныу урыны була. Ул саҡта Кваби (мәмерйә) исеме аҫтында билдәле булған ауылда халыҡ күп булмай. Был район ғосмандар тарафынан 1578 йылда баҫып алынғандан һуң төрөктәрҙең халыҡ иҫәбен алыу буйынса мәғлүмәттәрҙә 1595 йылда тик алты дамими йәшәгән кеше һәм бер ташландыҡ сиркәү була. Хәҙерге Квабисеви ауылы таулы төньяҡ-көнбайыш грузин Рача провинцияһынан күсеп ултырыуҙар һөҙөмтәһе булып тора[3]

Архитектураһы

үҙгәртергә
 
Фреска

Сиркәүҙең майҙаны 4 х 8 квадрат метр. Төп корпусы ҡабырға яҡтарынан күпкә ҙурыраҡ, ярым түңәрәк апсидаһында аркалы тәҙрә менән тамамлана. Көньяҡ корпусы тура мөйөшлө инеү урыны менән икегә бүленгән. Байтаҡ тышҡы биҙәктәре көнбайыш фасадында урынлашҡан[4]


Ҡорамдың көньяҡ яғында XII-XIII быуаттар һынлы сәнғәте һаҡланған. Белгестәрҙең һүҙҙәре буйынса фрескалар уникаль тарихи мираҫ булып тора. Төньяҡ стенала йәшел-һоро фонда ике кеше - ҡатын һәм ир һүрәтләнгән. Фаразлауҙар буйынса улар сиркәү хужалары, ҡалған һүрәттәр өҙөк-өҙөк. Ғалимдарҙың фекере буйынса сиркәү стеналарында Шота Руставелиҙың һәм уның әсәһенең, шулай уҡ ун ике апостолдың фрескалары һүрәтләнгән. Буяу ҡатламының күп өлөшө юҡҡа сыҡҡан.[5]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. «List of Immovable Cultural Monuments» (en georgiano). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Consultado el 25 de julio de 2019.
  2. «Borjomi-Kharagauli Tourist Trails: Footprint Trail». Agency of Protected Areas of Georgia. Consultado el 25 de julio de 2019.
  3. Просмотр Makalatia, Sergi (1957). The Borjomi Valley: a historical-ethnographic study (en georgiano). Tbilisi: Sakhelgami. pp. 44-45.
  4. Ҡалып:Cita libro
  5. Makalatia, Sergi (1957). The Borjomi Valley: a historical-ethnographic study (en georgiano). Tbilisi: Sakhelgami. pp. 44-45.