Каценеленбоген Тамара Давыдовна
Каценеленбоген Тамара Давыдовна (1894 йыл — 1976 йыл — совет архитекторы, ҡала төҙөүсе, йәмәғәт биналарын проектлау буйынса белгес.
Каценеленбоген Тамара Давыдовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1894 |
Тыуған урыны | Даугавпилс, Двинский уезд[d], Витебская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1976 |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Бер туғандары | Каценеленбоген, Николай Давидович[d] |
Һөнәр төрө | архитектор |
Каценеленбоген Тамара Давыдовна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәТамара Каценеленбоген 1894 йылда сығышы менән Вильна ҡалаһынан булған Давид Семенович Каценеленбоген (1859—?) һәм Поневежанан Анна Николаевна (1862—?) ғаиләһендә Двинскиҙа тыуа. Уларҙың ғаиләһе Дворяндар һәм Владимир урамы мөйөшөндә, 19-3 йортонда йәшәй. Тамара Каценеленбоген 1911—1916 йылдарҙа Ҡатын-ҡыҙҙар политехник институтының архитектура бүлегендә — Рәсәй империяһындағы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн беренсе юғары уҡыу йортонда уҡый. Архитектор һөнәре уларҙың ғаиләһе өсөн ят түгел, сөнки олы ағаһы — Николай Давыдович Каценеленбоген да шулай уҡ танылған архитектор була.
1923 йылда Петроградта Сәнғәт академияһының Архитектура факультетын тамамлай. Уның проекттары буйынса Ленинградта һәм Советтар Союзының башҡа ҡалаларында бик күп бина төҙөлгән. Күп кенә эре конкурстарҙа ҡатнаша. 1934 йылда составында Тамара Каценеленбоген да булған архитекторҙар төркөмө беренсе тапҡыр заводта тышҡы һәм эске эш өсөн декоратив блоктар етештерә башлай[1]. 1937—1938 йылда Ной Троцкий менән берлектә 20-гә яҡын мәктәп проектлай[2].
Һайланма хеҙмәттәре
үҙгәртергәТамара Давыдовна Каценеленбогендың билдәле хеҙмәттәре араһында Мәскәүҙәге Хеҙмәт һарайы (1923), Калугала ТЭЖЭ районын төҙөү проекты (1930), Мурманск ҡалаһының үҙәге планы һәм уны төҙөү проекты (1930), «Яңы Сочи» шифаханаһы (1955), Санкт-Петербургта Смолячков урамы, 14-16 адресы буйынса урынлашҡан йорттар, Бабурин торлаҡ билмәһе, Урман проспекты (Г. А. Симонов һәм В. А. Жуковская менән берлектә 1927—1930), Батенин торлаҡ биләмәһе, Урман проспекты (Г. А. Симонов, Б. Р. Рубаненко, П. С. Степанов һәм В. А. Жуковская менән берлектә, 1927—1934)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Исаченко В. Г. Зодчие Санкт-Петербурга XVIII—XX веков. СПб: Центрполиграф. 2010. ISBN 978-5-227-02220-2
- ↑ Зуев Г.Там Где крюков канал(недоступная ссылка). Москва: Центрполиграф. 2012. ISBN: 978-5-227-03548-6
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- В. Г. Исаченко. Зодчие Санкт-Петербурга. XX век. Санкт-Петербург, Лениздат, 2000. ISBN 5-289-01928-6. Стр. 661.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Каценеленбоген, Тамара Давыдовна (рус.)
- Каценеленбоген на сайте СОВАРХ (рус.)
- Каценеленбоген на сайте Энциклопедия Санкт-Петербурга 2014 йыл 26 февраль архивланған. (рус.)
- Каценеленбоген на сайте Архитектура Сочи (рус.)